Шафран ауылының Туғандар ҡәберлегендә 369 һалдат ерләнгән. Улар иҫтәлегенә бында обелиск ҡуйылған. Был көндө экспедицияла ҡатнашыусылар, улар араһында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Рус география йәмғиәте ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, эшҡыуарҙар Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡиммәтле ҡомартҡыһын, армиябыҙҙың ныҡлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ символы - Еңеү байрағын алып килде.
Сәйәхәтселәрҙе район һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар һәм йәштәр, Афғанстанда һәм Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары, барлыҡ төр ғәскәрҙәр вәкилдәре, ауыл халҡы ихлас ҡаршыланы.
Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары В. В. Аброщенко, Федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы ғәскәрҙәре полковнигы П. И. Забатурин, Башҡортостан рустары соборы рәйесе урынбаҫары В. А. Пчелинцев Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының батырлығы тураһында иҫкә алды. Мәктәп уҡыусылары шиғырҙар һөйләне.
Митингтан һәм бер минут тын торғандан һуң сарала ҡатнашыусылар яугирҙәр һәйкәленә сәскәләр һәм веноктар һалды. Бергәләп иҫтәлеккә фотоға төшкәндән һуң экспедицияла ҡатнашыусылар ҡаргиҙәрҙәрҙә Еңеү Байрағы менән Александр Матросов батырлығын ҡабатлаған Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың тыуған яғына юл тотто.