Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Күргәҙмәләргә рәхим итегеҙ!

Үҙәк район китапханаһының балалар бүлегендә “Дан һеҙгә, үлемһеҙлеккә атлаусылар!” һәм “Һуғыш. Еңеү. Хәтер” тип аталған күргәҙмәләр асылды.

Бында Бөйөк Ватан һуғышы тураһында әҙәби һәм документаль китаптар, китапхана хеҙмәткәрҙәренең ғаилә ҡомартҡылары – “Германияны еңгән өсөн” миҙалы һәм немец һалдаты блокноты менән танышырға, “Комсомольская правда” гәзитенең Еңеү көнөнә арналған һанын уҡырға мөмкин.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре һуғышта ҡатнашыусы туғандарығыҙ тураһында мәғлүмәтте интернетта нисек дөрөҫ итеп табырға ла өйрәтәсәк.
Читайте нас: