Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Батырлыҡ дәресе

Ошо көндәрҙә Ташлы ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре мәҙәниәт йорто менән берлектә Ташлы урта мәктәбе музейында “Ауылдаштарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында” тип аталған батырлыҡ дәресе үткәрҙе.

Быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тула. Уҡыусыларҙың олатайҙары һәм ҡарт олатайҙары үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан итеп, улар хаҡына был Еңеүҙе яуланы. Йәш быуын ата-бабаларының ҡаһарманлығы тураһында белһен өсөн батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән ауылдаштарға тапшырылған наградалар менән таныштырҙылар.

Ташлы, Таштүбә һәм Баязит ауылдарынан бөтәһе 224 ир-егет фронтҡа киткән. 122 кеше Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында башын һалған һәм хәбәрһеҙ юғалған, 102 яугир генә Еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан. Уҡыусыларҙың атайҙары, олатайҙары һәм ҡарт олатайҙарына хәрби ордендар һәм миҙалдар тапшырылыуы тураһында маҡтау ҡаҡыҙҙарынан 20-гә яҡын күсермә уҡып ишеттерелде. Фронт юлы уларҙы ҡайҙа ғына илтмәгән: Сталинград, Мәскәү эргәһендәге алыштарҙа, Ленинградты обороналауҙа, илебеҙҙең көнбайыш сиген һәм Көнсығыш Европаны немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙә, Берлин һәм Прага өсөн ҡан ҡойғос алыштарҙа ҡатнашҡан. Был ауылдан киткән яугирҙәр илебеҙҙе фашистарҙан азат итеү өсөн меңдәрсә саҡрымдарҙы йәйәү үткән. Сара аҙағында китапханасы Фәнисә Ғәлиәкбәрова Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы китаптарға һәм папкаларҙа тупланған материалдарға күҙәтеү яһаны.

Фото Әлшәй биләмә-ара китапханаһы сайтынан алынды.


Читайте нас: