Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сәхнәлә - «Шура-Шәмсинур»

Никифар урта мәктәбендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған фәһемле сара үтте. «Иҫтәлектәр китабы» социаль проекты сиктәрендә эстафета Ғәйнәямаҡ мәктәбенә тапшырылды.

- Был сараға бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән хеҙмәт ветераны Фуат Мусин, элекке ауыл хакимиәте башлығы Фәрит Төхвәтуллинды саҡырҙыҡ.

Уҡыусылар «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай” исемле әҙәби–музыкаль композиция күрһәтте. Ә “Башҡорт фольклоры” түңәрәгенә (етәксеһе Г. Шарапова) йөрөүсе балалар Алдар ауылында йәшәүсе 94 йәшлек тыл ветераны Сәйғәфәрова Шәмсинур инәйҙең тормошонан «Шура-Шәмсинур» исемле сценарий тәҡдим итте. Әйткәндәй, Никифар уҡыусылары «Башҡортостан ынйылары» район конкурсында ошо сценарий менән икенсе урын яуланы.

Ауыл хакимиәте башлығы И. М. Бикмурзин Еңеүҙең халҡыбыҙға бик ҡиммәткә төшөүе, дәһшәтле һуғыш йылдарында тыл эшсәндәренең еңел булмаған тормошо тураһында һөйләне, - тип хәбәр итте беҙгә Никифар мәктәбендә үткән ошо матур сара тураһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Шарапова.

Читайте нас: