Әлшәй хәбәрҙәре
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Ошо көндәрҙә Никифар ауыл китапханаһында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Йәш герой-антифашист көнөнә арналған патриотик сара үтте.

Башланғыс синыф уҡыусылары йәш геройҙарҙы бер минут тын тороп иҫкә алғандан һуң, герой-пионерҙарҙың тормош юлы менән танышҡан, “Йәш геройҙар иҫтәлегенә” презентацияһын ҡараған.

- Балалар ул замандарҙа бик популяр булған “Священная война” йырын ҙур тулҡынланыу менән тыңланы, һуғыш тураһында китаптар күргәҙмәһендәге әҫәрҙәр менән танышты, шиғырҙар уҡыны. Сара аҙағында балалар герой-пионерҙарға рәхмәт хаттары яҙҙы , - тип хәбәр итте беҙгә китапханасы Зөлфиә Нәбиуллина.

фото Әлшәй район биләмә-ара китапханаһы сайтынан.

Читайте нас: