+11 °С
Болотло
Сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Дәрес бай йөкмәткеле булды. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар 112-се легендар атлы дивизияның батырлыҡтары, уның данлыҡлы командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов тураһында күп мәғлүмәт йыйҙы. Республикабыҙҙа уны халыҡ геройы тип иҫәпләйҙәр, уның хаҡында шиғырҙар һәм йырҙар ижад ителгән. Сара аҙағында Фәнирә Камил ҡыҙы балаларға: “Үҙ олатайҙарығыҙҙы һәм ҡарт олатайҙарығыҙҙы, беҙгә Еңеү килтергән бөтә кешеләрҙе йылы һүҙ менән иҫкә алығыҙ. Ҡан ҡойғос һуғыш геройҙары алдында баш эйеп, уларҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлағыҙ”, - тип мөрәжәғәт итте.
Фото Ташлы мәктәбе сайтынан алынды.