Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Файҙалы китаптар

.


1941 йылдың 22 июнендә немец фашистары аҫтыртын рәүештә ғәзиз Ватаныбыҙға һуғыш башланы. Был ҡанлы ауыр һуғыш дүрт йыл – 1418 көн һәм төн барҙы, СССР-ҙың 27 миллиондан ашыу кешеһенең ғүмерен өҙҙө. Быйыл Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тула. Ҡәһәрле һуғыштың ауырлыҡтарын миңә лә үҙ миҫалымда татырға тура килде. Был турала “Йәшенле Дим”, “Яулыйылға”, “Йәшенле Дим буйлап” исемле китаптарымда яҙҙым. Был китаптарҙы уҡып, хәҙерге быуын ҙур фәһем алыр, тип ышанам.

Шулай уҡ күп йылдар буйы үткәргән тәжрибәләремә нигеҙләнеп, “Донник. Козлятник” тип аталған китап әҙерләп сығарҙым. Был йыйынтыҡта ауыл хужалығы тармағында эшләүселәр өсөн көн дә ҡулланырлыҡ файҙалы мәғлүмәттәр тупланды.

Бынан тыш, унда йөрәк, ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалауға арналған материалдар ҙа бар. Улар халыҡ өсөн бик файҙалы булыр, тип уйлайым. Был ябай һауығыу ысулын – ҡандала үләне төнәтмәһен ҡулланыуҙы үҙем уйлап сығарҙым һәм үҙ өлгөмдә ҡулланып бик файҙалы асыш яһаным.

Был китабымды бер иптәшемә бүләк иттем. Уға танышы осраған һәм хәл-әхүәлен һөйләп: “Ҡан тамырҙарымда тромб бар, операция яһатырға йыйынам”, – тигән. Танышым уға: “Операцияға барма, Мәсәлимовтың “Донник. Козлятник” тигән китабында яҙылғанса, ҡандала үләне төнәтмәһен ҡулланып ҡара”, – тигән.

Былар байтаҡ ваҡыт осрашмағандан һуң яңыраҡ тағы күрешкән. “Операцияға барманым, ҡандала үләне төнәтмәһен ҡулландым. Табипҡа барғайным, “ҡан тамырҙарың таҙарған, тромб юҡ, нисек һауыҡтың?” – тип һораны тигән.

Ошо көндәрҙә “Йәшенле Дим”, “Яулы­йыл­ға”, “Йәшенле Дим буйы”, “Донник. Козлятник” тигән китаптарым “Китап” нәшриәте магазинында һатыуға сыҡты. Унда һеҙ шулай уҡ башҡа башҡорт әҙиптәренең дә файҙалы, матур йөкмәткеле йыйынтыҡтарын таба алаһығыҙ.

Автор: Тимербулат МӘСӘЛИМОВ.

Читайте нас: