Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Матур ғүмер байрамығыҙ менән, Гөлшәмсә инәй!

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Ҡармыш ауылы китапханаһында “Йөрәктән йөрәккә” тип аталған акция иғлан ителде, ул февраль-апрель айҙары дауамында буласаҡ.

- Акция барышында беҙ тыл эшсәндәренең өйҙәренә барып, хәлдәрен белешеп, тәбрикләп ҡайтырға уйлайбыҙ, - ти китапхана мөдире Мәрзиә Абдрахманова
- Ошо көндәрҙә беҙ Гөлшәмсә Дәүлийәр ҡыҙы Әхмәҙиева менән осраштыҡ. Ул ғүмере буйы “Победа” колхозында хеҙмәт һалды, һыйыр ҙа һауҙы, сөгөлдөр ҙә утаны, тауыҡ фермаһында ла эшләне. Тормош иптәше менән биш бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Тыл ветераны бөгөн Яңы Сәпәш ауылында ҡыҙы менән кейәүендә - Лилиә һәм Фәнит Әғзәмовтарҙа йәшәй. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең иғтибарын, хәстәрлеген тойоп, ҡәҙер-хөрмәттә бәхетле ғүмер кисерә Гөлшәмсә инәй. Уны 90 йәшлек ғүмер байрамы менән ҡотлап, Ҡармыш ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Дауыт Шәкүров Рәсәй Президенты В. Путиндың ҡотлау хатын тапшырҙы. Беҙ ҙә юбилярҙы ихлас тәбрикләп, матур теләктәребеҙҙе әйттек, бүләктәр бирҙек.
Эйе, аяуһыҙ һуғыш йылдарының, һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татып, күпме һынауҙар үткән, әммә бөгөн дә тормошҡа изгелек күҙҙәре менән баҡҡан, ихласлығын, күңел йылыһын, рух ныҡлығын юғалтмаған инәйгә ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел. Гөлшәмсә Дәүлийәр ҡыҙын беҙ ҙә оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Читайте нас: