Районыбыҙҙа шәмбе көндө "Башҡортостан ынйылары" конкурсының муниципаль этабы үтте, унда 13 мәктәп коллективы ҡатнашты.
- Пионерҙар йорто фойеһы был көндө һалдаттар, элемтәселәр, яуҙан яраланып ҡайтҡан ағайҙар, һауынсы апайҙар, бала-сағалар менән тулы ине. Ошо иҫ киткес ғәжәйеп күренештән үҙең дә йәш артистар менән бергә тулҡынланаһың, үҙең дә һиҙмәҫтән, улар менән бергә шул заман мөхитенә барып эләккәндәй булаһың, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты район мәғариф бүлеге методисы Гөлсәсәк Зиннурова.
- Конкурстың темаһы ла бай булды: Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, тыуған яғыбыҙҙың данлыҡлы кешеләре, тыл батырҙарына арналды быйылғы бәйге. Уҡыусылар сәхнәлә яҡташыбыҙ, билдәле шағир Шамил Анаҡты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, алдынғы һауынсы Сафура Рафиҡ ҡыҙы Суфиянова һәм башҡа шәхестәрҙең тормошон бик оҫта сағылдырҙы.
"Башҡортостан ынйылары" конкурсының муниципаль этабында М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы, Сурай, Шафран мәктәптәре һәм гимназия уҡыусылары беренсе урынды яуланы. Ҡыпсаҡ-Асҡар, Тавричанка, Никифар мәктәптәре – икенсе, Ташлы, Ҡырым, Әбдрәшит, Ыҫлаҡ, Раевканың 2-се һәм 4-се мәктәптәре өсөнсө урынды бүлеште.