Проекттың төп тезисы – “Ғаилә тарихынан - ил тарихына”. Сарала 11 йәштән алып 18 йәшкә тиклем балалар ҡатнаша ала. www.pravnuki-pobediteley.ru сайтында теркәлергә мөмкин. 15 мартҡа тиклем ветерандың хеҙмәт һәм хәрби юлын өйрәнергә һәм тәҡдим ителгән һорауҙар буйынса инша яҙырға кәрәк. Бының өсөн балалар Рәсәй Оборона министрлығының асыҡ архивтарын, һуғыш осорондағы гәзит һәм журналдарҙы, шулай уҡ ғаиләлә һаҡланған хаттарҙы, документтарҙы, фотоһүрәттәрҙе өйрәнергә тейеш. Еңеүселәр Мәскәүгә саҡырыласаҡ һәм 9 майҙа Ҡыҙыл майҙанда “Үлемһеҙ полк” сафында үтәсәк, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы.