Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Пионерҙар йортонда - Батырлыҡ дәресе

Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Батырлыҡ дәресе үтте.

Сараға һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Рәшит Ғәлинур улы Ғөбәйҙуллин да саҡырылғайны. Иң тәүҙә “Эҙләнеү” студияһына йөрөүсе Эльзида Әсәҙуллина Батырлыҡ дәресендә ҡатнашыусыларға музей экспонаттарын күрһәтеп, экскурсия үткәрҙе. “Музыкаль тамсы” берекмәһендә (етәксеһе Г. Хәкимова) шөғөлләнеүселәр һуғыш йылдарындағы популяр йырҙарҙы башҡарҙы.

Сараны алып барыусы Пионерҙар йорто педагогы Зилә Йәлилова балаларға ошо патриотик йырҙарҙың тарихы, уларҙың нисек яугирҙәрҙең рухын күтәреүе, яңы еңеүҙәргә әйҙәүе, бер һүҙ менән әйткәндә, йырҙарҙың да фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеүҙә ҙур роль уйнауы тураһында бәйән итте. Бигерәк тә «Амурские волны», «Синий платочек», «В землянке», «Смуглянка» йырҙары бик популяр булған.

Өсмөйөшлө һалдат хаттарында яугирҙәр үҙҙәре лә йыр, шиғыр юлдарын яҙып ебәрә торған булған. Был хаҡта Рәшит ағай ҙа иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Фото Пионерҙар йорто сайтынан алынды.


Читайте нас: