-3 °С
Болотло
Дошман ҡамауында ҡалған ҡала халҡының фиҙаҡәрлегенә таң ҡалырлыҡ! 900 көнгә яҡын аслыҡта, һыуыҡта, ауыр шарттарҙа йәшәп, һуғыш һынауҙарын үткән улар. Арыш онона көрпә, ағас онтағы, ҡарағай ҡайырыһы, обой туҙаны, гидроцеллюлоза ҡушып бешерелгән, бер кешегә тәүлегенә 125 грамм ғына бирелгән “блокада икмәге”...
Сарала ҡатнашыусылар блокада тураһында шиғырҙар, йырҙар тыңланы, Ленинградты ҡотҡарған совет ғәскәрҙәренең ҡаһарманлығын йәш быуын хәтерҙә тотһон, бөгөнгө тыныс тормоштоң ҡәҙерен белһен ине, тигән теләктәр яңғыраны.