Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Хәтерләйбеҙ. Ғорурланабыҙ!

Пионерҙар йортонда илебеҙ йылъяҙмаһындағы иң фажиғәле һәм героик ваҡиғаларҙың береһе булған Ленинград блокадаһын өҙөүгә арналған Батырлыҡ дәресе уҙҙы.

Балалар блокада ваҡытында Ленинград халҡының тормошо, аслыҡ, ул ваҡытта кешеләр өсөн икмәк карточкаларының ни тиклем мөһим булыуы тураһында белде. Ленинград ҡыҙы Таня Савичева хаҡында, «Тормош юлы», уратып алынған ҡалала кешеләрҙең бер-береһенә нисек ярҙам итеүе, эшләүе һәм дошман менән нисек көрәшеүҙәре тураһында ҙур тулҡынланыу менән тыңланы. Музей экспозицияһында балалар һуғыш карталарын, фронт хаттарын һәм блокаданың 125 грамлы икмәк киҫәген үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Раевка ауылында йәшәүсе, бала сағында Ленинград блокадаһында һуғыштың бөтә ауырлығын кисергән Галина Владимировна Семененко менән әңгәмә яҙылған видеоматериалды тын да алмай ҡараны. «Музыкаль тамсы» берекмәһенә йөрөүсе уҡыусылар “И все о той весне” йырын башҡарҙы, уны тыңлағандан һуң, илебеҙҙең данлы тарихы, ата-олатайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы менән ғорурланыу хисе тыуҙы.
Зилә ЙӘЛИЛОВА,
Пионерҙар йорто педагогы.
Читайте нас: