Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өсмөйөшлө һалдат хаттары

Уҡыусылар үҙҙәре лә хаттарҙы өсмөйөшләп яһап ҡараны. Һуғыш йылдарында хатта бәләкәй балалар ҙа уйнағанда гәзит киҫәгенән яһалған “хат”тарын фронттағы атайҙарына “ебәргән”.

Пионерҙар йортонда “Өсмөйөшлө фронт хаттары” тип аталған батырлыҡ дәресе уҙҙы, унда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Ғәлинур улы Ғөбәйҙуллин саҡырылғайны.

Сарала мәктәп уҡыусылары ҡатнашты, улар өсмөйөшлө һалдат хаттарының тарихы, уларҙа нимәләр яҙылыуы тураһында белде. Уҡыусылар үҙҙәре лә хаттарҙы өсмөйөшләп яһап ҡараны. Һуғыш йылдарында хатта бәләкәй балалар ҙа уйнағанда гәзит киҫәгенән яһалған “хат”тарын фронттағы атайҙарына “ебәргән”.

Ә беҙҙең уҡыусылар “Еңеү өсөн рәхмәт!”, “Хәтерләйбеҙ. Ғорурланабыҙ!” тигән яҙыуҙар яҙылған, салют, сәскәләр, Георгий таҫмаһы төшөрөлгән өсмөйөшлө хаттарҙы ветеранға йәки тыл ветеранына бүләк итеү маҡсатында эшләне. Малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән яһаған хаттарҙы улар һуғыш ветераны Рәшит Ғәлинур улы Ғәбәйҙуллинға тапшырҙы.

“Музыкаль тамсы” берекмәһенә йөрөүсе уҡыусылар башҡарыуында ветерандар хөрмәтенә йырҙар яңғыраны.

Балалар күптән түгел баҡыйлыҡҡа күскән һуғыш ветераны Шәмсулла Сәйфулла улы Төхвәтов тураһында видеояҙма, видеоматериалдар һәм презентациялар ҡараны. Һәләк булған геройҙарҙы бер минут тын тороп иҫкә алдылар.

Беҙ - Бөйөк Еңеү яулаған быуын вариҫтары. Был дәрестә фронт хаттарын уҡығандан һуң һәр кемдең йөрәгендә халыҡ батырлығы, ата-бабаларыбыҙҙың – совет һалдаттарының ҡаһарманлығы булып мәңге хәтерҙә ҡалыр.

Зилә ЙӘЛИЛОВА,

Пионерҙар йорто педагогы.

Читайте нас: