Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бер быуатлыҡ ғүмер байрамы

Лейтенантты дүрт кеше тотоп тора. Бәхеткә күрә, һөйәккә зыян килмәгән була. Түҙеп торғоһоҙ ауыртыуҙан ул аңын юғалта, Балашовта госпиталдә аңына килә.

Үҙҙәренең бер быуатлыҡ юбилейҙарын байрам итеүселәрҙе һеҙ йыш осратаһығыҙмы? Юҡтыр, моғайын. Бөгөн һүҙебеҙ - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, хәрби разведчик, бик күп ордендар кавалеры, отставкалағы полковник Барый Раян улы Әхмәтйәнов хаҡында.

Ул 1919 йылдың 7 ноябрендә Өфө губернаһының Бәләбәй кантоны Әлшәй волосының Ниғмәтулла ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. Барыйҙың тормошо еңелдән булмай. 14 йәшендә ул баҫыу ҡарауылсыһы, 15 йәшендә тракторсы ярҙамсыһы булып эшләй. Ә 17 йәшендә өлкән ағаһы менән Урта Азияға китә. “Беҙ Андижан районына килеп, эшкә урынлаштыҡ, артабан мин Сталинабадта (хәҙерге Дүшәнбе) педагогия училищеһына уҡырға индем”, - ти ветеран.

Ул ваҡыттағы күп кенә малайҙар кеүек ул да, әлбиттә, летчик булырға хыяллана. Үҙенең иҫтәлектәрендә ул былай тип яҙа: “Бер ваҡыт һауала самолет күреп ҡалдым, уның кабинаһында шундай уҡ кеше, ә ни өсөн мин осмаҫҡа тейеш, тип уйланым. Аэроклубҡа уҡырға индем, уны тамамлағас, хәрби комиссариатҡа киттем, үҙ теләгем менән хеҙмәткә барырға теләнем”. 1939 йылда була был, бөтәһенең дә телендә Халхин-Гол, Хәсән күле. Бабайым да алыштарҙа туранан-тура үҙе ҡатнашырға теләй.

Ул авиация ғәскәрҙәренә алына һәм Чкалов хәрби авиация училищеһына ебәрелә. Ләкин уны тамамларға насип булмай. Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ашығыс курстар үтеп, сержант званиеһы ала. Курсанттар үҙ теләктәре менән фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, рапорт яҙа. Барый Әхмәтйәнов та фронтҡа китә, уҡсылар дивизияһына миномет взводы командиры итеп тәғәйенләнә. Саратов, Татищев лагерҙары, Полтава, Харьковта уға шунда уҡ һуғышҡа инергә һәм дошман һөжүмен кире ҡағырға тура килә.

“Был хәл Харьков эргәһендә булды. Бер ваҡыт беҙ дошман тылында ҡалдыҡ. Хәлебеҙ бик мөшкөл ине. Ләкин мин үҙ взводымды ҡамауҙан алып сыға алдым”, - тип иҫкә ала ветеран.

Бынан һуң кесе лейтенант Әхмәтйәнов разведка взводы командиры итеп тәғәйенләнә. Ул яраланған көнөн иҫкә алырға яратмай. Волхов ауылы эргәһендә дошман бейеклекте ҡулына төшөрә һәм тирә-яҡҡа ут аса. Пулемет уты Барый Раян улының ике аяғын да яралай, ә икенсеһе бот һөйәгенә эләгә. Блиндажда бер ниндәй наркозһыҙ операция яһайҙар. Лейтенантты дүрт кеше тотоп тора. Бәхеткә күрә, һөйәккә зыян килмәгән була. Түҙеп торғоһоҙ ауыртыуҙан ул аңын юғалта, Балашовта госпиталдә аңына килә. Өс ай дауаланғандан һуң фронтҡа ебәреүҙәрен һорай. Уны Воронеж фронты штабына ебәрәләр.

- Харьков эргәһендә ҡамауҙа ҡалырға тура килде, 5-се гвардия танк бригадаһы составында рота командиры булдым, дошмандың Ростовҡа юлын тотҡарлауҙа ҡатнаштым. Баку юлында (яңы танктар алыу өсөн) марш ваҡытында көтмәгәндә Малгобек янында дошмандың ҡаршылыҡ күрһәтеүенә юлыҡтыҡ. Бында икенсе тапҡыр яраландым: миномет утына эләктем. Ҡабырға һәм умрау һөйәге аҫтында ике ярсыҡты һаман да йөрәтәм, - тип һөйләй Барый ағай.

Бакуҙа госпиталдә дауаланғандан һуң йәнә сафҡа баҫа (был ваҡытҡа инде Барый Раян улы бишенсе гвардия танк бригадаһының мотоуҡсылар пулемет батальоны командиры була), уны бригадаһы менән Новороссийскиға, артабан Анапа һәм Таманды азат итергә ебәрәләр... Ләкин элекке яралары асылып, уға госпиталгә ятырға тура килә, ә артабан инде Мәскәүгә запастағы офицерҙар полкына оҙаталар. Һәләтле танкисҡа Солнечногорскиҙағы хәрби училищела уҡырға тәҡдим итәләр.

Ҡан ҡойғос һуғыш тамамлана. Йәш офицерҙы Махсус хәрби округҡа (Кенигсберг) курстарҙа уҡытырға ебәрәләр, Клайпедала, Литвала хеҙмәт итә. Полковник дәрәжәһендә 1965 йылда запасҡа ҡайтарыла.

Үҙ яҙмышын һәм буласаҡ тормош юлдашын Барый Раян улы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында уҡ осрата. Зинаида Федоровна менән улар 71 йыл ғүмер кисерә, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Был ғаилә тормошоноң иң бәхетле йылдары була. Балалары уларға 4 ейән һәм 2 бүлә бүләк итә. Уларҙың ҡунаҡсыл йортонда һәр кемде асыҡ йөҙ менән ҡаршы алалар, күстәнәстәр менән оҙатып ҡалалар. Ҡыҙҙары Тамара Риганан ҡайта һәм ата-әсәһен ҡарай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс йыл элек Зинаида Федоровна баҡыйлыҡҡа күсте.

Барый Раян улы лайыҡлы тормош юлы үткән, хәрби ҡаҙаныштары өсөн ул I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, ике Ҡыҙыл байраҡ ордены, “Хәрби батырлыҡтары өсөн”, “Киевты обороналаған өсөн”, “ Кавказды обороналаған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.

100 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Барый Раян улы бөгөн дә үҙен яҡшы хис итә, хәрбиҙәрсә төҙ буйлы, күпме йылдар уҙһа ла, рух күтәренкелеген һаҡлап ҡалған, ҡыҙыҡлы һәм тулы ҡанлы тормош менән йәшәй, күп ваҡытын саф һауала үткәрә, ҙур теләк менән мәктәп уҡыусылары һәм үҫмерҙәр клубтарында тәрбиәләнеүселәр менән осраша. Яратҡан шөғөлө лә бар – ул үҙ ырыуының шәжәрәһен төҙөгән. Ә бит бының өсөн хәтерҙең нисек яҡшы булыуы кәрәк!

Рәйсә ӘХМӘТОВА.

Раевка ауылы.

Читайте нас: