Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡарт олатайым менән ғорурланам

Минең ҡарт олатайым Нәжметдин Шәрипҡолов 1927 йылда Сурай ауылында Фәхретдин батыр ғаиләһендә донъяға килә.

Ул ете синыф тамамлай. Дәүләкәндә уҡығандан һуң, автомобилгә идара итеү таныҡлығы ала. Автобус шоферы булып эшләй.

Һуғыш башланғас, 1943 йылда уны армияға алалар һәм хәрби училищеға Т-34 танкына механик-шоферға уҡырға ебәрәләр. Ярты йылдан һуң 2-се Украина фронтына оҙаталар. Ҡарт олатайым 1947 йылға тиклем Польшаның хәрәкәт итеүсе ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Ул маршал Константин Константинович Рокоссовскийҙы йөрөтөүе хаҡында ғорурланып һөйләгән. Маршалдың “Рәхмәт, улым!” тигән һүҙҙәре уның өсөн ҙур награда булған.

Ҡарт олатайым шофер һәм танкист ҡына түгел, сафта барғанда йыр башлаусы ла була. Көслө һәм матур тауышы менән йыш ҡына хәрби йырҙар йырлаған. “Огонь, огонь” тигән йыры өсөн малайҙар уны “огонь-бабай” тип йөрөткән.

1994 йылдың 5 майында, Еңеү байрамына бер нисә генә көн ҡалғас, ҡарт олатайым вафат була.

Хәрби батырлыҡтары өсөн Нәжметдин Фәхретдин улы II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, “Германияны еңгән өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Мин ҡарт олатайым менән сикһеҙ ғорурланам!

Эльмира МЫРҘАҒОЛОВА,
М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының 6-сы синыф уҡыусыһы.



Читайте нас: