Берҙәм тауыш биреү көнөндә район Советына депутаттар һайлайбыҙ. Әбдрәшит һәм Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл Советтарында был көндө шулай уҡ ауыл депутаттарын өҫтәмә һайлау уҙасаҡ.
2 сентябрҙә участка һайлау комиссиялары эш башлаясаҡ. Ошо көндән алып бөтә һайлау участкаларында алдан тауыш бирергә мөмкин.
-Алдан һайлау хоҡуғынан 13 сентябрҙә билдәле сәбәптәр менән йәшәү урыны буйынса һайлауға килә алмағандар файҙалана ала. Мәҫәлән, студенттар, вахтасылар, ял итергә йәки дауаланырға китеүселәр. Улай ғына ла түгел. Быйыл, пандемия шарттарында, һайлау көнөндә халыҡтың күпләп йыйылыуын булдырмаҫ өсөн, 65 йәштән уҙған һайлаусыларҙың да үҙ участкаларында алдан тауыш биреү мөмкинлеге бар, - тип белдерҙе территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Рәйлә Шафиҡова. – Алдан тауыш биреү эш көндәрендә 16 сәғәттән 20 сәғәткә, ә ял көндәрҙә 9 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем ойоштороласаҡ.
- Кандидаттар тураһында мәғлүмәттәр район хакимиәте сайтында бар, улар тураһында үҙегеҙҙең һайлау участкаһында ла белергә мөмкин. Әммә беҙҙең бөтә һайлаусылар ҙа компьютерҙа эшләү оҫталығына эйә түгел бит, шул уҡ ваҡытта мәғлүмәт алыр өсөн генә һәр кем һайлау участкаһына ла бармай. Шулай булғас, депутатлыҡ мандатына дәғүә итеүселәрҙе нисек белә алабыҙ?
- Комиссия ағзалары һайлауға, шулай уҡ алдан һайлауға саҡырыу ҡағыҙҙары таратасаҡ. Бланктың артында аныҡ һайлау округы буйынса теркәлгән кандидаттар тураһында мәғлүмәт яҙылған.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, һайлау комиссияларының эше һәм тауыш биреү процесы эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып ойоштороласаҡ. Участка комиссиялары шәхси һаҡланыу, дезинфикция саралары менән тәьмин ителгән. Алдан тауыш биреүселәрҙең һайлау участкаһына битлектә һәм бирсәткәлә килеүен һорайбыҙ. Паспортығыҙҙы алырға ла онотмағыҙ.