Район Советы депутатлығына кандидаттар теркәү тамамланды
Хәбәр итеүебеҙсә, районыбыҙҙа берҙәм тауыш биреү көнөндә – 13 сентябрҙә, муниципалитеттың вәкәләтле органына депутаттар һайлау уҙасаҡ.
Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Рәйлә Шәфиҡова хәбәр итеүенсә, 19 депутат мандатына 57 кандидат дәғүә итә.
Дәғүәселәрҙең күпселеге гүзәл зат вәкилдәре – 30 ҡатын-ҡыҙ һәм 27 ир-егет. Шуларҙың ун алтыһы – 30-39 йәштә, ун бише – 50 йәштән 59 йәшкәсә, шунса уҡ кеше – 40-49 йәштә. Улар араһында йәштәр ҙә бар – алты кандидатҡа 30 йәш тә тулмаған. Ә бишеһе 60 йәштән уҙған.
Кандидаттарҙың күпселеге юғары белемле. Ун ете кеше - мәғариф системаһын, һигеҙе – мәҙәниәт һәм спортты, бишеһе – агросәнәғәт комплексын, икеһе – һаулыҡ һаҡлау, дүртеһе – элемтә һәм транспорт өлкәһен тәҡдим итә. Депутатлыҡ мандатына дәғүәселәр араһында эшҡыуарҙар, шулай ук пенсионерҙар һәм ваҡытлыса эшләмәүселәр ҙә бар.