Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа ҡатнашты. Төбәк етәксеһе “Башҡортостан” Дәүләт концерт залы бинаһындағы 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.
-Һайлауҙар – тарихыбыҙҙың, демократияның мөһим өлөшө ул, - тине Рөстәм Хәмитов. – Һайлауҙар өсөн иң мөһиме – намыҫлылыҡ, асыҡлыҡ һәм конкурентлыҡ. Минеңсә, һайлау алды кампанияһы юғары кимәлдә үтте.
Башҡортостан Башлығы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың республика тормошонда мөһим роль уйнауын билдәләне. Парламентарийҙар төбәк бюджетына, Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды бюджетына, юлдар төҙөлөшөнә ресурстар бүлеүгә, хеҙмәт ветерандарына льготаларға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итә.