Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
9 Сентябрь 2018, 16:57

Проблемаларҙы ла хәл итергә, концерт та ҡарарға

Аксен агросәнәғәт колледжының Раевка бүлексәһе бинаһында урынлашҡан 829-сы һайлау участкаһы – районда иң ҙуры.

Бында район үҙәгенең ҙур һәм көндән-көн үҫешкән, яңы йорттар төҙөлгән Яңауыл биҫтәһендә йәшәүселәр ҙә тауыш бирә.
-Беҙҙең исемлектәрҙә 2382 һайлаусы бар. Сәғәт 12-гә 716 кеше тауыш бирҙе, был – 30 процент, ти участка һайлау комиссияһы рәйесе Флүр Солтанов. – Һайлау участкаһы асылыу менән тәүгеләрҙән булып ике һайлаусы – газовик килде. Улар, эшкә ашыҡһалар ҙа, тәүҙә үҙ бурыстарын үтәргә ҡарар иткән.
Участкала Асыҡ ишектәр көнө сиктәрендә граждандарҙы район Советы депутаты Сергей Колеганов ҡабул итте. Билдәләп үтеүебеҙсә, Яңауыл биҫтәһендә йорттар күп төҙөлгәнлектән проблемалар етерлек, шунлыҡтан депутатҡа мөрәжәғәт итеүселәр күп булды. Социаль-мәҙәни үҙәк артистары дәртле йыр-бейеүҙәр менән һайлауға килеүселәрҙең кәйефен күтәрҙе. Бында шулай уҡ ҡан баҫымын үлсәтергә лә, медицина хеҙмәткәренән тейешле кәңәштәр алырға ла мөмкин ине.
Читайте нас: