Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
9 Сентябрь 2018, 18:02

Һайлау участкаһында – гәүһәр туйҙарын билдәләүселәр

Сентябрь айының был ҡояшлы һәм сыуаҡ көндәре Әлшәйрайонының Раевка ауылында йәшәүсе Зөбәржәт һәм Солтангәрәй Кираевтар ғаиләһеөсөн айырыуса иҫтәлекле.

Сентябрь айының был ҡояшлы һәм сыуаҡ көндәре Әлшәй районының Раевка ауылында йәшәүсе Зөбәржәт һәм Солтангәрәй Кираевтар ғаиләһе өсөн айырыуса иҫтәлекле. Был һоҡланғыс пар бриллиант туйҙарын – бергә тормош ҡороуҙарына 60 йыл тулыуҙы билдәләй. Юбилей тантанаһы мәшәҡәттәре күп булыуға ҡарамаҫтан, улар лайыҡлы кандидат һәм партия өсөн тауыш бирергә үҙ һайлау участкаһына беренселәрҙән булып килгән.
Кираевтар – районда хөрмәтле ғаиләләрҙең береһе. Икеһе лә оҙаҡ йылдар райондың бәхетле киләсәге өсөн хеҙмәт һалған. Һөнәре буйынса ғалим-агроном Солтангәрәй ағай хеҙмәт эшмәкәрлеген тыуған колхозында башлай, артабан күп йылдар уға етәкселек итә. Унан һуң район Советын етәкләй. Ә хаҡлы ялға сыҡҡас, райондың ветерандар советы рәйесе була. Зөбәржәт апай бөтә ғүмерен район ҡулланыусылар йәмғиәтенә арнай. Ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Төп-теүәл 60 йыл элек, 1958 йылдың 10 сентябрендә законлы никахҡа ингән Аҡҡолай ауылының иң сибәр ҡыҙы һәм ошо уҡ ауылдың ҡыйыу һәм тәүәккәл егете был көндәрҙә күп һанлы ҡотлауҙар ҡабул итә. Кираевтарға иң йылы ҡотлауҙарҙың береһе, әлбиттә, киң билдәле ейәнсәрҙәре Ләйсән Үтәшеванан, кейәүҙәре Павел Волянан һәм бүләләре Роберт менән Софиянан булды.
Мәғлүмәт район территориаль һайлау комиссияһынан алынды.
Читайте нас: