Шулай булмай ни! Ошо ҡояшлы матур көндәрҙә йәшелсә баҡсаларындағы мәшәҡәттәр, уңыш йыйыу һәм эшкәртеү өсөн күп ваҡыт һәм көс талап ителә, үҙ һаулығың хаҡында ҡайғыртырға ла форсат юҡ. Ә һайлау участкаһында тауыш бирергә лә, медицина хеҙмәткәренә һорауҙар ҙа бирергә мөмкин. Өҫтәүенә Раевка үҙәк район дауаханаһы фельдшеры Зилә Фәйезова ҡан баҫымын үлсәп кенә ҡалманы, үҙенең кәңәштәрен дә бирҙе.