Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
9 Сентябрь 2018, 20:32

Алтын көҙ, күҙ яуын алырлыҡ гөлләмәләр

Әлшәй районының Ҡырым ауылы халҡы өсөн Берҙәм тауыш биреү көнө мауыҡтырғыс сараға әйләнде.

831-се һайлау участкаһына килгән һәр кемде сағыу көҙгө гөлләмәләр ҡаршы алды. Уҡыусылар ата-әсәләре һәм уҡытыусылары менән бергә матур сәскәләр күргәҙмәһе әҙерләгән. Ә ауылда сәскә үҫтереүселәр бик күп, шунлыҡтан һайлау участкаһында сәскәләрҙең күплеге ғәжәп түгел. Бынан тыш, малайҙар һәм ҡыҙҙар һайлаусылар өсөн концерт номерҙары ла әҙерләгән. Уҡытыусылар ҙа ситтә ҡалманы, Шамил Ямғурчин һәм Светлана Страшко умартасылыҡ һәм һаламдан төрлө әйберҙәр яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Мәғлүмәтте БР Әлшәй районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһы ебәрҙе.
Читайте нас: