Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
28 Август 2018, 12:58

Мөһим мәсьәләләр тикшерелде

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһының 60-сы ултырышында биш һорау ҡаралды. Уны комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алып барҙы.

Тәүге һорау һәр кемде борсоған пенсия реформаһына ҡағылышлы булды. Башҡортос­тандан бер төркөм граждандар был мәсьәләне хәл итеү буйынса Рәсәйҙә референдум үткәреү буйынса мөрәжәғәтте теркәүҙе һораған. Үҙәк һайлау комиссияһы төбәк төркөмөнөң тәҡдимен теркәү тураһында ыңғай ҡарар ҡабул итте.


Шулай уҡ ултырышта Башҡортостан Респуб­ликаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарамағындағы Контроль-ревизия хеҙмәте составын үҙгәртеү мәсьәләһе лә тикшерелде.


Алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Респуб­ликаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа, һайлаусыларҙың бер үк күләмдә тауышын йыйған осраҡта, бер мандатлы һайлау округы буйынса теркәлгән кандидаттарҙы билдәләү өсөн йәрәбә үткәреү тәртибе лә билдәләнде. Салауат районы территориаль һайлау комиссияһы ағзалары составына үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе ҡаралды.


Ултырыш эшендә Рәсәй Үҙәк һайлау ко­мис­сия­һы ағзаһы Евгений Шевченко ҡатнашты. Көн тәртибенә ҡуйылған мәсьәләләр ҡа­­рал­ған­дан һуң, ул төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
Читайте нас: