БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау буйынса берҙәм тауыш биреү көнө алдынан ойоштороусылар белемдәрен камиллаштырҙы
Раевка, Аксен, Ҡыпсаҡ-Асҡар, Түбән Әүрез һәм Ташлы ауылдарында райондың 49 участка һайлау комиссияһы рәйестәре, секретарҙары һәм ағзалары өсөн күсмә зона семинарҙары уҙҙы.
Уҡыу барышында, уны территориаль һайлау комиссияһы ойошторҙо, һайлаусылар исемлеге менән эшләүгә, уны төҙөү тәртибенә, бинанан ситтә тауыш биреүҙе үткәреүгә, “Мобиль һайлаусы” программаһы механизмына ҙур иғтибар бүленде.
Участкаларҙы кәрәкле оргтехника менән тәьмин итеү мәсьәләләре, тауыш биреү бүлмәләренең торошо һәм комиссия ағзалары эше лә ситтә ҡалманы. Әлбиттә, һайлауҙарҙың барлыҡ этаптарында ла ҡануниәттең теүәл үтәлешенә төп иғтибар йүнәлтелде.
- Һайлауҙы ойоштороусыларҙы етди һәм көсөргәнешле эш көтә. Был кампанияны уңышлы уҙғарыу һөҙөмтәһе уларҙың белеме һәм һөнәри оҫталығына бәйле. Беҙ берҙәм тауыш биреү көнө ойошҡан рәүештә үтһен өсөн һайлаусыларға бөтә уңайлы шарттарҙы тыуҙырырға тейешбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Рәйлә Шафиҡова.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, республика Үҙәк һайлау комиссияһы ойошторған уҡыуҙарҙа һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы (КОИБ) операторҙары ла белемен нығытты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 сентябрҙә электрон урналар 821-се, 826-сы, 827-се, 828-се участкаларҙа ҡулланыласаҡ. Был участкаларҙың ун ағзаһы оператор таныҡлығы алды.