Күптән түгел республика вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Файзрахманов сығышында билдәләүенсә, һауа торошоноң йыш үҙгәреп тороуына һәр ваҡыт әҙер булырға һәм тәбиғәт биргән “уңайлы мәлдәрҙе ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, республикала сәсеү кампанияһын ике аҙна эсендә тамамларға планлаштыралар.
Әлшәй аграрсыларының һөйләшеүе, ғәҙәттәгесә, игенселәрҙең төп имтиханы – яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү стратегияһы һәм тактикаһына арналды. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары - ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Данир Әхмәҙишин осрашыуҙы асып, быйыл да былтырғы кеүек 52 мең гектарҙан ашыумайҙанда яҙғы культуралар сәселергә тейешлеге хаҡында әйтеп үтте. Ужым культуралары көҙҙән 17 мең гектарҙан артыҡ майҙанда сәселгән, бөгөнгө көндә сәсеүлектәрҙең 95 проценты ҡәнәғәтләнерлек хәлдә. Хужалыҡтар орлоҡ мелән тулыһынса тәьмин ителгән, элиталы орлоҡ, минераль ашламалар әүҙем һатып алына. Ауыл хужалығы предприятиеларында техниканы әҙерләү теүәлләнеп килә, машина-трактор паркының сәсеүгә әҙерлеге 90 проценттан артыҡ тәшкил итә.
Аграрсыларға был көндө шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыу кәрәклеге тураһында ла иҫкәрттеләр.
- Баҫыу эштәре миҙгелендә тракторҙар, комбайндар һәм башҡа машиналар етерлек һанда булмау сәбәпле, техникаға йөкләнеш арта, шуға бәйле агротехник сроктар, сәсеү һәм ауыл хужалығы культураларын урып-йыйыу технологияһы боҙолорға мөмкин, - тип билдәләп үтте ауыл хужалығы бүлегенең баш инженеры Наил Вәлиәхмәтов.
1 апрелгә яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашыусы тракторҙар әҙерлек һыҙығында булырға һәм 15 апрелгә тиклем техник ҡарау уҙырға тейеш. Ауыл хужалығы предприятиеларында техник ҡарау башланды ла инде. Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының Әлшәй районы буйынса баш дәүләт инженер-инспекторы Илһам Зарипов аграрсыларҙы хәүефһеҙлек мәсьәләләренә айырым иғтибар бирергә саҡырҙы һәм ремонт ваҡытында буласаҡ уңышҡа нигеҙе һалыныуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Быйылғы конференцияның Аксен агросәнәғәт колледжының Раевка бүлексәһендә уҙыуы юҡҡа ғына түгел. Ҡатнашыусылар араһында инженер хеҙмәттәре белгестәре лә бар ине, улар “Ауыл хужалығы машиналарын эксплуатациялау” компетенцияһы буйынса халыҡ-ара стандарттар буйынса белгестәр әҙерләргә мөмкинлек биреүсе һөнәри оҫтаханала булды. Директор Ришат Әбделвәлиев етәкселегендә уҡытыусылар заманса автоматлаштырылған уҡыу комплекстары һәм стендтар күрһәтте, улар сарала ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Конференцияға йомғаҡ яһап, Данир Әхмәҙишин барыһына ла уңыштар теләне, Әлшәй аграрсыларының яҙғы баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта һәм сифатлы итеп башҡарырға һәләтле булыуҙарын билдәләп үтте.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.