Әлшәй хәбәрҙәре
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Март 2021, 11:10

“Күркәне быйыл да көтәм...”

Эйе, бәләкәй саҡтарында үтә нескә булһалар ҙа, нығынып алһалар, хатта әрһеҙ үҙҙәре. Ауырлыҡты яҡшы йыялар, иттәре лә бик тәмле.

“Башҡортостан” гәзитенең тоғро дуҫы, Бөрйән районының Кейекбай ауылында йәшәгән Миңзәлә Ырыҫҡолова былтыр күркәләр алып көткән. Быйыл да көндәр йылыныу менән ошо ҡоштарға өҫтөнлөк бирергә уйлай. Былтырғы тәжрибәһе нигеҙендә беҙгә лә үҙенең кәңәштәрен еткерҙе.

Яҙ етә, тиҙҙән тағы ҡош-ҡорт алыу ваҡыты яҡынлаша. Мин күркәләргә туҡталырға булдым. Күптәр “күркә наҙлы, көтөүе ауыр” ти, шуға был ҡошто алыуҙан ҡурҡалар. Эйе, бәләкәй саҡтарында үтә нескә булһалар ҙа, нығынып алһалар, хатта әрһеҙ үҙҙәре. Ауырлыҡты яҡшы йыялар, иттәре лә бик тәмле.

Былтыр бер аҙналыҡ күркәләрҙе 30 апрелдә алдым. Аҡ себештәр “Бик-6” тип аталған тоҡомдан ине.

Тәүҙә өйҙә, төкәтмәлә көттөм, эргәләренә йылытҡыс ҡуйҙым. Тәүге осорҙа махсус күркәләр өсөн сығарылған ҡоро аҙыҡ алып ашаттым. Таҙа һыу алдарынан өҙөлмәне, яйлап үлән турап ашаттым. Аҫтарына бесәндең ваҡ ҡына булып онталғанын һалдым. Өйҙә йылыла яҡшы үҫтеләр. Бер ай булғас, тышта йөрөй башланылар. Күркәләрҙең тағы бер үҙенсәлеге – күләгәле урында көтөргә кәрәк. Эҫе көндәрҙә уларҙы эҫе һуға. Аҙыҡтарын да эҫе көндә махсус үҙҙәренә тап килгәнен ҡоро урында бирергә кәрәк.

Ебегән икмәк бирергә ярамай. Көл, аҡбалсыҡ ултыртырға кәрәк. Ҙурая килә, һөйәк яндырып бирһәң, яратып ашайҙар. Үлән, таҙа һыу, үҙҙәренең аҙығын ныҡлап ҙурайғансы биреп торорға кәрәк. Әрһеҙләнеп ҙурайып алһалар, барыһын да ашайҙар: бешкән картуфты ла, ебетелгән аҙыҡты ла. Бойҙайҙы бешереп бирҙем. Ауырлыҡ йыйған мәлдәрендә яратып ашайҙар. Ҡуңыҙ, бөжәктәрҙе кинәнеп сүпләйҙәр. Картуфлыҡта колорадо ҡуңыҙҙарын да сүпләп бөттөләр. Көҙ йомортҡа һала башланылар. Декабрь баштарында таҙартып алдым. Уртаса 16-18 килограмм булдылар. Түш ите – 8 килограмм, бер бото – 5 килограмм, ике ҡанаты 1,5 килограмм булды.

Тауыҡтар менән татыу үҫтеләр. Ҡырсын, ҡом ултыртығыҙ. Ғөмүмән, ҡыҙыҡ, матур ҡоштар.
Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Читайте нас: