Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Февраль 2021, 14:00

Ерҙе яратҡандар ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай

Фермер хужалығы башлығы Зәбир Ғәйетовтың тормош фәлсәфәһе бына шундай.

Еңел булмаған крәҫтиән эшен һайлаған, үҙ юлын ауыл хужалығы менән бәйләгән һәр кемдең фекере бер – ерҙә эшләү өсөн уны яратырға һәм төрлө ауырлыҡтарға әҙер булырға кәрәк. Иң мөһиме, үҙ йүнәлешеңде дөрөҫ билдәләү.

Зәбир Ғәйетов агросәнәғәт комплексының үҫемлекселек тармағында үҙ юлын тапҡан, ныҡлы фермер хужалығы булдырған һәм йыл һайын үҙ баҫыуҙарында иген үҫтереп, уңышлы эшләгән һөнәрмәндәрҙең береһе. Үҙгәртеп ҡороу осоронда үҙ эшен башлаған һәм әле аяғында ныҡлы баҫып торған башҡа фермерҙарҙан айырмалы булараҡ, Зәбир Мәүлитйән улы был шөғөлгә яңыраҡ тотонған. Әммә крәҫтиән хеҙмәте менән ул күптән таныш. Ябай ауыл эшсәндәре ғаиләһендә тыуып үҫкән малай икмәктең нисек итеп өҫтәлгә килгәнен яҡшы белә. Мәктәптән һуң, авиация институтын тамамлағас, районға ҡайта, оҙаҡ йылдар “Сельхозтехника” йәмғиәтендә хеҙмәт һала, һуңынан МТС-ҡа етәкселек итә. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл хужалығы тармағында эшләүселәрҙең ихтыяждарын яҡшы белә.

Бөгөн фермер хужалығының сәсеү майҙандары ике мең гектарға яҡын майҙанды биләй. Былтыр, пандемияға ҡарамаҫтан, Ғәйетовтың баҫыуҙарында иген култьтураларынан, көнбағыштан юғары уңыш алынған. 851 гектар майҙандан 2649 тонна иген йыйып алынған, уңдырышлылыҡ – гектарынан 31,1 центнер. Көнбағыш уңышы гектарынан 33,8 центнерға еткән. Бөтәһе 256 гектар майҙандан 864 тонна көнбағыш үҫтереп алынған. Был район буйынса ауыл хужалығы культуралары уңышының иң юғары күрһәткестәренең береһе.

Бынан тыш, Зәбир Мәүлитйән улы Әлшәй районы фермер хужалыҡтары ассоциацияһы рәйесе лә булып тора.

Традиция буйынса хеҙмәт эшмәкәрлегендәге юғары производство күрһәткестәре һәм яҡшы һөҙәмтәләре өсөн район хакимиәте йыл һайын төрлө өлкәләге һөнәрмәндәрҙе билдәләй. Улар иҫәбендә республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Зәбир Ғәйетов та бар. Крәҫтиән хужалығы башлығы 2020 йылдың иң яҡшы етәксеһе булып танылды.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: