Игенселек өсөн бик үк уңай булмаған зона аграрсылары ужым культураларын һәр ваҡыт ышаныслы тип иҫәпләй. Беҙҙең район игенселәре лә йыдан-йыл уларҙың сәсеү майҙандарын арттыра. Район баҫыуҙарында быйылғы уңыш өсөн 17088 гектарҙа ужым культуралары сәселде. Шуларҙың 8460 гектарын - ужым арышы, 7839 гектарын – ужым бойҙайы һәм 636 гектарын ужым шипкәне тәшкил итә. 1 февралгә ҡарата 8538 гектар майҙанда сәсеүлектәр торошо - яҡшы хәлдә, 8550 гектарҙа ҡәнәғәтләнерлек тип табылды.
Шулай ҙа белгестәр һуңғы һөҙөмтәләр яһарға ашыҡмай. Ужым культуралары әле яҡшы ҡышлауға ҡарамаҫтан, алдағы айҙарҙа һауа торшо хәлде үҙгәртеүе мөмкин.
Бөгөн “Россельхозцентр” филиалына сәсеүлектәрҙең торошон баһалау өсөн “Урал сауҙа компанияһы”, “Агрокоопинвест”, “Заря”, “Агро МТС” һәм “Колос” агрофирмаһы хужалыҡтары монолиттар тәҡдим итте. 10-14 көн дауамында бында монолиттарҙы үҫтерәләр һәм анализ яһап, шытымдарҙың ҡуйылығы, сирҙәр булыу-булмауы, ҡоротҡостар менән зарарланыу кимәле билдәләнә, һәләк булыу проценты иҫәпләп сығарыла. Мәғлүмәттр нигеҙендә хужалыҡ агрономдарына сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү, яҙғы осорҙа минераль ашламалар менән туҡландырыу, ҡоротҡостарға һәм ауырыуҙарға ҡаршы эшкәртеү буйынса һуңғы һөҙөмтәләр бирелә.
Монолит һынауҙары кеүек бындай диагностикалау алымы аграрсылар өсөн бик мөһим, сөнки биш ай дауамында орлоҡтар ҡар аҫтында була, һәм уларҙың иҫән-һау икәнлеген былай ғына белеү мөмкин түгел. Ә анализ һәм эксперттарҙың һөҙөмтәһенән һуң агротехник саралар ярҙамында уларҙың торошон яҡшыртырға мөмкин.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
“Россельхозцентр”ҙың Әлшәй филиалының үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса баш агрономы Гөлфиә Яхина монолит һынауҙарҙы тикшерә.