Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
30 Декабрь 2020, 13:00

Ҡышҡы йәрминкә

Раевка ауылында яңы йыл алдынан тәүге ит йәрминкәһе үтте.

Һыйыр, һарыҡ, сусҡа, ҡаҙ йәки тауыҡ ите кәрәкме? Был көндө йәрминкәгә килгән һәр кеше йәне теләгән итте һайлап ала ала ине. Хужабикәләр байрам өҫтәле әҙерләү хаҡында хәстәрләй. Уйламағанда Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҙа килеп етте, улар ихлас теләктәрен еткереп, барыһын да Яңы йыл менән ҡотланы. Улар йәрминкәгә ит алырға килгән ауыл халҡының да, үҙ продукцияһын һатҡан фермерҙарҙың да кәйефен күтәрҙе.

Ҡармыш ауыл Советынан Салауат Шәмсетдинов һатыуға һарыҡ, ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ ите алып килгән. Себенле ауыл биләмәһенән Сажиҙә Сайранова - һарыҡ ите һәм һөт аҙыҡтары, Эдуард Миңлебаев һәм Жәүит Миңлеғәлиев ҡаҙ, күркә ите тәҡдим итте. Иҙрис ауылынан Илфат Ильясовтың һыйыр ите һәм башҡа шәхси эшҡыуарҙарҙың һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарыҡтарының киң ассортиментта ит-һөт ризыҡтары, ҡош-ҡорт, бал һәм балығы бик үтемле булды. Ә ит йәрминкәләрендә һәр саҡ ҡатнашыусы - “Раевка ит комбинаты”ның “Әлшәй ит комбинаты” йәмғиәте колбаса изделиеларын һатыуға сығарған.

Сауҙа бөтә санитария нормаларын һәм ҡағиҙәләрен күҙәтеп уҙҙы: һатыусылар битлектә, ә сауҙа урындары бер-береһенән хәүефһеҙ аралыҡта урынлашҡайны.

Ирина ВЛАДИМИРОВА.

Читайте нас: