Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Декабрь 2020, 18:10

Өҫтәлдәрҙә шәкәр буласаҡ!

Раевка шәкәр заводында 50 мең тоннанан ашыу шәкәр етештерелгән.

Иртән бер-ике ҡалаҡ шәкәр һалып, ҡайнар кофе йәки сәй эсеп алһаң, ә төшкө аш ваҡытында тәмле пирожный менән һыйланһаң, диетологтар «Зарарлы!» – тип иҫкәртер. «Тәмле лә инде!» – тип ҡаршы төшөр татлы аҙыҡ яратыусылар. Шәкәрҙең файҙаһы һәм зыяны тураһында уны яҡлаусылар һәм кире ҡағыусылар бәхәсләшкән саҡта, Раевка шәкәр заводында уны етештереү буйынса туҡтауһыҙ ҡатмарлы технологик процесс бара.

Шәкәр әҙерләү миҙгелендә тәүлек әйләнәһенә эшләүсе сөгөлдөр ҡабул итеү пунктында бөгөн тынлыҡ – татлы тамыр ташыу тамамланған. Быйылғы уңыштан 522 мең тоннанан ашыу сеймал әҙерләнгән. Уҙған йылдарҙағы кеүек, сөгөлдөрҙө республиканың ун һигеҙ районынан ташығандар. Уны тапшырыусылар араһында бына бер нисә йыл инде Ырымбур өлкәһенең «Авангард» ауыл хужалығы предприятиеһы ла бар.

- Быйыл сеймалдың сифаты бик яҡшы. Урып-йыйыу осоронда аграрсылар өсөн уңайлы һауа шарттары тороу һөҙөмтәһендә, сөгөлдөрҙөң бысраҡлығы ни бары 8,4 процент тәшкил итте. Шәкәрлелек 18,50 процентҡа етте. Сағыштырыу өсөн: уҙған йылда тамыр аҙыҡтың бысраҡлығы - 12,4 процент, шәкәрлелеге 17,71 процент тәшкил иткәйне, - ти сеймал буйынса инженер-химик Екатерина Бекетова.

Завод территорияһындағы сөгөлдөр өйөмдәрендә әлшәйҙәрҙең дә өлөшө бар. Район хужалыҡтары был миҙгелдә татлы культураны 935 гектар ерҙә үҫтереп, 44189 тонна уңыш алды. Гектарынан уртаса 472 центнер сөгөлдөр алынды. Ғәҙәттәгесә, Ниғмәтулла ауылынан бер туған Дибаевтарҙың фермер хужалығы алда бара. Быйыл уларҙың баҫыуҙарында уртаса уңыш гектарынан 522 центнерға етте. Заводҡа Дибаевтар13 мең тоннанан ашыу сеймал оҙатты.

Бөгөн тәүлегенә 4500 тонна сеймал әҙерләү ҡеүәте булған завод 350 мең тонна сөгөлдөр эшкәртеп, 53 мең тонна шәкәр етештергән. Быйылғы миҙгелдә шәкәрҙең сығышы ла юғары, ул 15,40 процент тәшкит итә.

Сөгөлдөр ташыу тамамланыуға ҡарамаҫтан, ҡабул итеү пунктында эштәр әле дауам итә. Бында кагаттарҙың торошон күҙәтәләр, гидролотоктарҙан ситтә өйөлгән сөгөлдөрҙө цехтарға ебәреп, ап-аҡ татлы криссталдарға әйләндереү өсөн ташыйҙар.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

“Сеймал етерлек, эштәр дауам итә әле”, - ти сеймал буйынса инженер-химик Екатерина Бекетова һәм сөгөлдөр ҡабул итеү пункты етәксеһе Сергей Осипов.

Читайте нас: