Әлшәй хәбәрҙәре
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
20 Ноябрь 2020, 13:05

Артабан үҫеш өсөн яҡшы мөмкинлек

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов был аҙнала ауыл хужалығы йылына яҡынса йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә бурыстар билдәләне.

«Йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлайбыҙ. Мул уңыш йыйып алдыҡ. Баҙар хаҡтары ла беҙҙең файҙаға. Ғәҙәттә аграрсылар бер сәсеү әйләнешендә биш культураның икәүһенән килем ала, икәүһе – зыянға эшләй, ә бер культуранан бер ниндәй ҙә артым юҡ. 2020 йылда бөтә биш культура ла яҡшы табыш килтерҙе, бындай осраҡтар бик һирәк була. Был тармаҡта үҫеште киң йәйелдереүгә - заманса фермалар төҙөү, мал, элиталы орлоҡ, ашлама һатып алыуға ҙур ышаныс бирә», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды аграр ведомство башлығы.

Сираттағы миҙгелде Әлшәй аграрийҙары ла килемле тамамланы. Район ауыл хужалығы бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары гектарынан 25,5 центнер уңыш алып, 111 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫтерҙе. Районда шәкәр сөгөлдөрө 935 гектар майҙанда эшкәртелеп, 44189 тонна татлы тамыр ҡаҙып алынды. Татлы тамырҙың уртаса уңышы быйыл хатта тәжрибәле сөгөлдөрсөләрҙе лә шатландырҙы – гектарынан 472,6 центнер шәкәр сөгөлдөрө алынды. Район баҫыуҙарынан уңышты заводҡа ташыу тамамланды.

Көнбағыш 15648 га майҙандан йыйып алынды. Дөйөм алғанда, 24914 тонна майлы культура һуғылды, уңыш – гектарынан 15,9 центнер тәшкил итте.

Аграрсылар киләһе йылға ла орлоҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән. Яҙғы иген культуралары орлоғо 7078 тонна (100 процент), күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәр орлоғо 20-шәр тонна әҙерләнгән. Алдан алынған анализ орлоҡтарҙың ГОСТ талаптарына тулыһынса яраҡлы икәнен күрһәтте.

Фәнүзә РӘСҮЛЕВА.

Фото: badfon.ru

Читайте нас: