«Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһының 47-се конгресына арналған сара дистанцион рәүештә үтте. Башҡорт бал ҡортон һаҡлап ҡалыу проблемаһына иғтибарҙы йәлеп итергә теләгән ойоштороусылар саҡырыуына бөтә республиканан педагогтар, тәрбиәселәр һәм бер йәштән 14 йәшкә тиклем балаларҙың ата-әсәләре ҡушылды.
Конкурсҡа 1200-ҙән ашыу эш - рәсемдәр, шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр, эшләнмәләр, видеолар, презентациялар һәм хатта китаптар ебәрелгән. Еңеүселәр һәм призерҙар араһында Әлшәй мәктәбе уҡыусыһы ла бар. Ҡырым мәктәбенән туғыҙ йәшлек Румина Асфина "Әкиәттәр" номинацияһында икенсе урын яуланы. Дүртенсе синыф уҡыусыһы конкурсҡа «Ҡортҡай» һәм «Роза һәм бал ҡорто» (уҡытыусыһы Зөлфиә Салауат ҡыҙы Мөхәррәмова) әкиәттәрен ебәргән.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.