Быйыл үҙ эшендә иң яҡшы белгес исеменә 140-тан ашыу ветеринария участкалары, пункттар һәм дарыухана мөдирҙәре, табиптар, фельдшерҙар, лаборанттар һәм башҡалар дәғүә итте. Шуныһы ҡыуаныслы, еңеүселәр исемлегенә Әлшәй ветеринары ла инде – 2019 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса «Иң яҡшы ветеринария участкаһы мөдире» исеменә Таһир Саниев лайыҡ булды.
Таһир Солтан улы - ҙур тәжрибәгә эйә, тәрән белемле, абруйлы һәм, белгес. Донъялағы иң изге һөнәрҙәренең береһе булған ветеринария табибы вазифаһында ул ҡырҡ йыл хеҙмәт һала. Ишле ғаиләлә һигеҙ бала араһында үҫкән малай, бәләкәйҙән мал-тыуар өсөн йән ата, бигерәк тә аттарҙы ярата. Шуға ла мәктәпте тамамлағандан һуң егет Аксен техникумына уҡырға инә, артабан Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлай. Йәш белгес юллама буйынса тәүҙә Туймазы, һуңыраҡ Миәкә һем Әлшәй райондары ауыл хужалығы предприятиеларында хеҙмәт һала. Таһир Солтан улы ветеринария табибы булып ҡына эшләмәй, уның хеҙмәт биографияһында Аксен техникумында уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге осоро ла бар. Саниев уҡытҡан уҡыусыларҙың күбеһе бөгөн уҡытыусылары менән бер рәттән эпизоотик именлек һағында тора.
Таһир Солтан улы Чехов участкаһына ун бер йыл етәкселек итә. Фельдшер Илдар Ғиззәтуллин, санитар Ғәзимйән Бикмәтов менән егерме ауылды хеҙмәтләндерәләр. Ә был - 1500 баш һыйыр малы, шунса ваҡ мал, 50 ат, 700 умарта, шулай уҡ йөҙләгән эт һәм бесәй. Шуға ла ветеринарҙарҙың мәшәҡәттәре етерлек. Үҙ эшенә тоғро һөнәрмәндең мауығыуы ла бар – ул күп йылдар уникаль үҫемлек - хлорелланы өйрәнеү һәм үҫтерү менән шөғөлләнә. Уның тылсымлы суспензияһы хайуандар организмына яҡшы йоғонто яһай, тип иҫәпләй табип.
Таһир Солтан улына еңеүсе дипломы менән бергә “Лада Ларгус” хеҙмәт машинаһы асҡысы ла тапшырылды. Хәҙер ветеринар, изге күңелле табип Айболит кеүек, үҙ ҡарамағындағы йорт хайуандарын дауаларға елдереп кенә барып етер.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.