Әлшәй хәбәрҙәре
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
11 Октябрь 2020, 11:30

Хөрмәтле ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре, агросәнәғәт комплексы ветерандары!

Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!

Был байрам малсылыҡ, үҫемлекселек тармағында эшләүселәрҙе берләштерә. Игенселәр, малсылар, механизаторҙар һәм башҡа бик күп һөнәр эйәләренең хеҙмәтенә иртәгәһе көнгә ышанысыбыҙ бәйле.

Бөтә ғүмерен ауыл хеҙмәтенә өлкәһенә арнаған, хәҙер иһә үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләргә ярҙам иткән ауыл хужалығы ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә.

Һәммәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм тотороҡлолоҡ, ғаилә бәхете һәм күтәренке кәйеф теләйем!

Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Дамир МОСТАФИН.

Фот: vk.com

Читайте нас: