Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Октябрь 2020, 14:15

Шәкәр заводында эштәр ҡайнай

Быйылғы йыл шәкәр сөгөлдөрө эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәре өсөн еңел булманы. Татлы продукцияға хаҡтарҙың киҫкен төшөүе Раевка шәкәр эшкәртеүселәре эшенә лә ҙур үҙгәрештәр индерҙе.

- Уҙған йылды килемһеҙ тамамланыҡ, - ти “Раевсахар” йәмғиәтенең финанс директоры Айгөл Белинская. – Был шәкәргә һатып алыу хаҡтарының 36 һумдан 18 һумғаса төшөүенә бәйле. Заводтың милексеһе лә алмашынды. Активтарҙы Башҡортостан компанияһы - “Стар Нафта” йәмғиәте һатып алды. Әммә финанс ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, предприятие яңы миҙгелгә ныҡлап әҙерләнде. Ремонт эштәренә 50 млн һумдан ашыу аҡса бүленде. Етештереүгә килгәндә иһә, 2017 йылдан алып сеймал эшкәртеүҙе тәүлегенә 4500 тоннаға еткерҙек. Был миҙгелдә 500 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө әҙерләргә ниәтләйбеҙ.

Заводта кадрҙар потенциалын да тулыһынса һаҡлап ҡалыуға өлгәшкәндәр. Бөгөн бында 650 кеше эш менән тәьмин ителгән. Хеҙмәт хаҡы ла шул уҡ кимәлдә, ағымдағы осорҙоң һигеҙ айында ул уртаса 32 мең һум тәшкил иткән.

Сөгөлдөрҙө ҡайҙан ташыйҙар?

Шәкәр баҙарындағы ҡатмарлы хәлгә бәйле, татлы тамыр майҙандары ла һиҙелерлек кәмене.

- Әгәр былтыр шәкәр сөгөлдөрөнә 21 мең гектар бүленһә, быйыл уны 14,5 мең гектарҙа ғына үҫтерҙеләр, - ти Айгөл Миңлейәр ҡыҙы. – Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр хәҙер килемле культураларға өҫтөнлөк бирә. Шуныһы ҡыуандыра, быйыл сөгөлдөр уңышы мул, гектарынан 350 центнер тәшкил итә, шәкәрлелеге – 17,20 процент.

Элеккесә, берлектәге эшмәкәрлек килешеүҙәре буйынса эшләйбеҙ. Йәғни продукцияның 60 проценты сөгөлдөр тапшырыусыға ҡалһа, 40 проценты – эшкәртеүсегә. Быйыл сеймалды республиканың 12 районынан, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән, Татарстандан да килтерәләр.

Былтыр Үзбәкстан, Ҡырғыҙ Республикаһы һәм Ҡаҙағстанға шәкәр экспортлауҙы үҙләштерҙек, Эстонияға грануллы жом ебәрә башланыҡ.

Өйөмдәр көндән-көн арта

Сөгөлдөр ҡабул итеү пунктына бер-бер артлы “татлы” йөк тейәлгән машиналар килеп туҡтай. Сеймалдың сифатын тикшергәндән һәм үлсәнгәндән һуң улар лабораторияға юл тота. Бында сөгөлдөрҙөң таҙалығы һәм шәкәрлелеге тикшерелә. Артабан сифатына ҡарап, билдәле бер өйөмгә илтеп бушаталар.

- Эшкә 10 сентябрҙә тотондоҡ. Әлегә туғыҙ өйөмгә һалыу машинаһы эшләй, кәрәк булһа, ҡалғандарын да йәлеп итәсәкбеҙ, улар беҙҙә – 11, - ти сөгөлдөр ҡабул итеү пункты етәксеһе Сергей Осипов. – Татлы тамырҙы төнгө ун икегә тиклем ҡабул итәбеҙ, ә сөгөлдөрҙө йыуып артабан эшкәртеүгә ебәреү майҙансығында тәүлек әйләнәһенә эш тынмай. Бөтә производство процестары ла автоматлаштырылған, ҡул көсө бик аҙ ҡулланыла. Беҙҙә бөтәһе 80 кеше хеҙмәт һала.

Уңайлы һауа торошо аграрсыларға шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыуҙы йылдам алып барыу мөмкинлеге бирә. Татлы тамыр ҡабул итеү пунктында ла өйөмдәр һаны күҙгә күренеп арта. Быйылғы миҙгелде завод эшсәндәре йыл аҙағына тиклем тамамларға ниәтләй.

Айгөл ҒӘЛИМУЛЛИНА.

Читайте нас: