Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Сентябрь 2020, 19:35

Раевка шәкәр заводы яңы миҙгелгә әҙер

Республика Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, завод 10 сентябрҙә, шәкәр сөгөлдөрөнөң тәүге партияһы килеү менән, эшләй башлаясаҡ.

Был миҙгелдә “Раевсахар” йәмғиәтендә 500 мең тоннға яҡын сеймал эшкәртергә ниәтләйҙәр. Ошо көндәрҙә республика Ауыл хужалығы министрлығы, Ветеринария һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәт идаралығы, Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы белгестәре ҡатнашлығындағы абруйлы комиссия заводтың татлы культураны ҡабул итеүгә һәм эшкәртеүгә әҙер булыуын билдәләне. Заводта 50 млн һумлыҡ үҙгәртеп ҡороу эштәре атҡарылған.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

Читайте нас в