-9 °С
Болотло
Бөгөнгө көнгә иген культуралары 40972 гектарҙа (93,8 процент) йыйып алынған, 97058 тонна ашлыҡ һуҡтырылған, уңыш гектарынан 23,7 центнер тәшкил итә. Тәүгеләрҙән булып ураҡты “Заря”, “АгроМТС”, “Агрокоопинвест” йәмғиәттәре, “Дибаев И. М.”, “Ғәйетов З. М.”, “Ғүмәров Р. А.” крәҫтиән-фермер хужалыҡтары тамамланы.
Шулай уҡ район баҫыуҙарында ужым культураларын сәсеү бара, туңға һөрөү дауам итә. “Заря” йәмғиәте аграрсылары көнбағыш урып-йыйыуға төштө.
Айгөл ҒӘЛИМУЛЛИНА.