Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
31 Август 2020, 17:05

Тир түкһәң генә ер мул уңыш менән һөйөндөрә

Бына өс йыл инде Һарай һәм Торонтайыш ауылы эргәһендәге баҫыуҙарҙа йәш фермерҙар Павел Мумбер һәм Дмитрий Смагин иген үҫтерә.

Тупраҡ бында бик уңдырышлы түгел, ташлы. Шуға ҡарамаҫтан, улар был ерҙәрҙе арендаға алып иген культуралары һәм көнбағыш сәсергә батырсылыҡ иткән. Дөйөм алғанда, “Агросоюз” крәҫтиән-фермер хужалығында сәсеү майҙандары 900 гектарҙан ашыу тәшкил итә.

- Һауа торошо яҡшы, ужым бойҙайын урабыҙ, - ти, ихлас йылмайып, ҡояшта янған игенсе егет, ул “Агросоюз” йәмғиәте етәксеһе Павел Мумбер. - Үҙебеҙҙең техника менән генә эшләйбеҙ. Беҙҙең парк ҙур түгел, ике иген урып-йыйыу комбайны, өс трактор һәм ике “КамАЗ” бар. Баҫыуҙан игенде Торонтайыш ауылына ташыйбыҙ, унда беҙҙең база һәм келәттәр урынлашҡан.

Комбайн штурвалы артына Павел үҙе ултырған. Ер эшенең нескәлектәрен ул үҫмер сағынан уҡ белә. Улдарын крәҫтиән хеҙмәтенә атаһы өйрәткән. Гектарынан 30 центнерҙан ашыу уңыш алыу бөтә кешенең дә ҡулынан килмәй! Тап бына ошо баҫыуҙа үҫкән ужым бойҙайы шундай мул уңыш биргән.

Тупраҡҡа ашламалар һәм гербицидтар индереү, үҫемлектәрҙе химик эшкәртеп, агротехника талаптарын күҙәтеү һөҙөмтәһендә генә фермерҙар мул уңыш алыуға ирешкән. Оҙаҡламай фермерҙар ужым бойҙайын сәсеүгә төшәсәк.

Читайте нас: