Июль айының йәмле иртәләрендә ҡояш нурҙары ерҙе иркәләй. Алтын башаҡтар диңгеҙе йылы елдә әкрен генә тулҡынлана, ғорур баҫыу караптары талғын ғына йөҙөп үтә. Крәҫтиәндәрҙең төп мәшәҡәттәренең береһе булған урып-йыйыу эштәре бара.
“Заря” ауыл хужалығы предприятиеһының иген баҫыуҙарында ла эштәр көндән-көн етеҙ бара. Был миҙгелдә хужалыҡ эшсәндәренә өс мең гектарҙан артыҡ бөртөклөләр йыйып алаһы бар. Ужым культуралары майҙаны бында 700 гектар тәшкил итә – 250 гектары – ужым бойҙайы һәм 450 гектары – ужым арышы. Ураҡҡа ҡеүәтле техника йәлеп ителгән - өс “Акрос” комбайны - ужым бойҙайын, дүрт “Нива” ужым арышын тураға ура. “Акрос”тар штурвалы артында – тәжрибәле игенселәр, үҙ эшенең оҫталары – бер туған Риф һәм Флүр Латыповтар, Илнур Сәхибгәрәев, ә “Нива” комбайндарына шулай уҡ тәжрибәле механизаторҙар Илгиз Иҙрисов, Анатолий Васильев, Зөлфәт Ғәлиәхмәтов һәм Илгизәр Исхаҡов идара итә. Яҡында ғына өс ҡыҫҡыс-йыйғыс звеноһы эшләй, улар һалам төргәкләй. Ашлыҡты баҫыуҙан ырҙын табағына Хәлит Латыпов, Рим Шәйәхмәтов һәм Александр Колесников өс ҙур йөк автомобилендә илтә.
Бер һүҙ менән әйткәндә, “Заря”ла ураҡ өҙлөкһөҙ бара. Урып-йыйыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тәжрибәле, ҡыҙыу ураҡ осорон һәр ваҡыт үҙ иңендә үткәргән кешеләр. Бөгөн иһә улар өсөн иң мөһиме – баҫыуҙағы уңышты бөртөгөнә тиклем йыйып алыу. Наил Мәсғүт улы Әминев етәкселегендәге хужалыҡ етәкселеге лә һәр ваҡыт ураҡ батырҙары тураһында тейешле хәстәрлек күрә. Баҫыуға ҡайнар аш килтерелә, барлыҡ санитар һәм янғын хәүефһеҙлеге саралары ҡаралған.
-Эйе, һауа шарттары, һәр ваҡыттағыса, эшебеҙгә үҙ төҙәтмәләрен индерҙе, әммә был һис кенә лә кәйефте төшөрмәне, киреһенсә, дәрт кенә өҫтәне, - тип йылмая игенселәр.
Ауыл хужалығы бүлеге баш агрономы Татьяна Лисицына билдәләүенсә, бөгөн райондың ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарының барыһы ла тиерлек ураҡҡа төшкән. Ужым культураларының барлыҡ майҙандың 26 проценты – 3400 гектар бойҙай һәм арыш сабылған, шуның яртыһынан күбеһе – 2200 гектар һуғылған. Ужым культураларының уртаса уңышлылығы гектарынан 22 центнер тәшкил итә. Хужалыҡ бураларына 4860 тонна яңы уңыш һалынған да инде.
Ураҡ эштәре бик етеҙ бара. Ошо көндәрҙә аграрсылар ужым культуралары менән бер рәттән яҙғы культуралар урағына ла төштө. Баҫыуҙарҙа борсаҡты урып-йыялар, тиҙҙән арпа һәм һолоға ла сират етә. Хәҙер иң мөһиме – игенселәргә һауа торошо ғына ҡамасауламаһын.