Әлшәй хәбәрҙәре
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
27 Июль 2020, 13:00

Элеваторҙар яңы уңышты ҡабул итергә әҙер

Махсус комиссия райондың ашлыҡ әҙерләү предприятиеларының техник базаһын тикшерҙе.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, Россельхознадзор, Россельхозцентр һәм район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге вәкилдәре ҡатнашлығындағы эш комиссияһы Аксен һәм Раевка элеваторҙарының яңы уңышты ҡабул итергә әҙерлеген тикшерҙеләр. Эксперттар төркөмө предприятиеның территорияһын, биналарын, йыһаздарын, ҡорамалдарын һәм механизмдарын ҡараны.

Ике элеватор ҙа дәүләт имтиханына ҙур яуаплылыҡ менән әҙерләнгән. Барлыҡ ашлыҡ һауыттары,иген киптергес һәм елләткес, үлсәү йыһаздары, элеваторға кереү юлдары һәм ашлыҡ ҡабул итеү майҙансыҡтары тәртипкә килтерелгән. Белгестәр келәттәрҙең фитосанитар хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар бүлде.

Комиссия райондың ашлыҡ ҡабул итеү предприятиелары – Аксен элеваторының “Икмәк базаһы” ла, Раевка элеваторы ла – игенде һәм майлы культуралар уңышын ҡабул итергә, киптерергә, эшкәртергә һәм һаҡлауға һалырға әҙер, тигән һығымта яһаны.

Читайте нас: