Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Июль 2020, 12:00

“Баҫыу караптары штурвалы артына!”

Әлшәй игенселәре ураҡҡа төштө.

Республикала икенсе аҙна инде эҫе көндәр тора, ул яҙғы культуралар торошона ла йоғонто яһамай ҡалманы. “Беҙгә тиҙ арала һәм ойошҡан рәүештә ураҡты тамамларға кәрәк”, - тигән бойороҡ бирҙе аграрсыларға Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов уҙған “Баҫыу көнө”ндә, унда ураҡ башланыу тураһында рәсми рәүештә иғлан ителде.

Быйыл районда беренселәрҙән булып ураҡҡа “Агро МТС” ауыл хужалығы предприятиеһы игенселәре төштө. Традиция буйынса иң беренсе ужым культураларын ура башланылар – улар яҙғы бөртөклөләрҙән иртәрәк өлгөрә.

-Мул уңыш алырға өмөтләнә инек, әммә эҫе булыу сәбәпле, игендәр ваҡытынан алда өлгөрҙө. Уңыш көткәнчә булмаясаҡ, башаҡтар тулышып өлгөрмәй. Иң мөһиме, үҫкәнен йыйып алып өлгөрөргә кәрәк, - ти хужалыҡтың баш агрономы Минзакир Килдеғолов.

Был ауыл хужалығы предприятиеһында яҙғы культураларҙың дөйөм майҙаны 2227 гектар тәшкил итә. Ужым арышы – 192 гектар, яҙғы бойҙай – 367, арпа – 496, шәкәр сөгөлдөрө – 190, көнбағыш 420 гектарҙы биләй.

Көндөң эҫелеге 37 градусҡа еткән. Эҫе һауа тулҡынында ике “Акрос” комбайны йөҙә. Штурвал артында – тәжрибәле игенселәр Венер Ҡотлобаев һәм Руслан Зәйнуллин. Улар икеһе лә ҙур тәжрибәгә эйә, төрлө техникала эшләй алалар. Ә иң мөһиме, алтынға бәрәбәр иген өсөн бер таңдан икенсе таңға тиклем көрәшеү ҡандарына һеңгән.

Ауыл хужалығы бүлеге баш агрономы Татьяна Лисицына биргән мәғлүмәттәр буйынса, 20 июлгә ужым культуралары 1100 гектарҙа сабылған, 500 гектарҙа һуғылған. Уңышлылыҡ гектарынан - 20 центнер, һуҡтырылған иген 998 тонна тәшкил итә. Шулай уҡ “Урал сауҙа компанияһы” йәмғиәте лә ужым шепкәне урағына төштө, был культура 761 гектарҙы биләй. Уның уңышлылығы (майҙандың 26 проценты урып-йыйылған) гектарынан 16 центнерға етте.

Бы миҙгелдә аграрсыларға барлығы 13234 гектар ужым культуралары һәм 30446 гектар яҙғы культуралар йыйып алаһы бар.

Читайте нас: