Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Июль 2020, 20:10

Ә ауылда йәнә бесән осоро!

Бына бесән ваҡыты етте. Болондарҙа яңы сабылған үлән еҫе башты әйләндерә...

Бесән сабыу ауыл халҡы өсөн һәр ваҡыт көнкүреш мәшәҡәттәренән арыныу өсөн үҙенә күрә бер йыуаныс һәм шул уҡ ваҡытта изге ғәмәл дә булып торған, уға ентекле әҙерләнгәндәр, йәй һынамыштарын күҙәткәндәр һәм “һауа ғәли йәнәптәре”нә ғибәҙәт ҡылғандар.Яҙын ауыл кешеһе һәр яңы көндө яҡшы һауа шарттары булыуына ышаныс менән ҡаршы ала. Йыш яуған йылы ямғырҙар үләндең мул булыуына ышаныс тыуҙыра. Бына бесән ваҡыты етә. Болондарҙа яңы сабылған үлән еҫе башты әйләндерә. Бал ҡорттары гөжләй, сиңерткәләр сырылдай. Был осорҙа ауыл халҡы ал-ял белмәй эшләй. Бына тегендә-бында ауыр теҙемдәрҙән тигеҙ итеп һалынған кәбәндәр ҡалҡып сыға, ихатаға алып ҡайтҡас улар ауыл йортоноң иң төп биҙәгенә әйләнә. Һәм шул мәлдә үҙ хеҙмәтеңдең емештәрен күреүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡ.
Читайте нас: