Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Июль 2020, 20:00

Бында ауылға кәрәкле белгестәр әҙерләнә

Аксен агросәнәғәт колледжында уҡыу йортон тамамлаусыларға дипломдар тапшырыла башланы.

Быйыл уҡыу йорто республиканың агросәнәғәт комплексы өсөн ике йөҙҙән ашыу белгес сығарҙы. Улар - агрономдар, ветеринарҙар, бухгалтерҙар, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү технологтары, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса белгестәр, умартасылар, шулай уҡ тракторсы-машинистар һәм иретеп-йәбештереүселәр. Ҡырҡ студент колледжды яҡшы билдәләргә генә тамамлаған.

Бөгөн Аксен колледжын тамамлаусыларҙың күбеһен район һәм республиканың агросәнәғәт предприятиеларында һәм дәүләт учреждениеларында эшкә көтәләр ҙә инде.

- Студенттарыбыҙҙың күбеһе өсөнсө курста уҡ, производство практикаһы үткәндә эшкә урынлаша. Предприятиелар етәкселеге уларҙы түҙемһеҙләнеп көтә һәм йәш белгестәргә ҙур өмөттәр бағлай. Ҡайһы бер студенттарыбыҙ юғары уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә һәм ситтән тороп уҡыуын дауам итә. Беҙ колледжды тамамлаусылар өсөн бик ҡыуанабыҙ. Уларға һайлаған юлдарынан ҡыйыу һәм ышаныслы атлауҙарын теләйем, - ти колледждың уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире Салауат Тимербаев.

Билдәле сәбәптәр буйынса, йәш белгестәргә документтарҙы быйыл артыҡ шау-шыуһыҙ, тулҡынландырғыс ҡотлауҙарҙан башҡа һәм традицион фотоға төшөүҙәрһеҙ генә тапшырҙылар. Әммә уҡытыусыларҙың һәм уҡыу йорто директоры Ришат Әбделвәлиевтың ихлас теләктәре, аҡыллы кәңәштәре йәш белгестәрҙе тормош юлында һәр саҡ оҙата барыр.Быйыл уҡыу йорто республиканың агросәнәғәт комплексы өсөн ике йөҙҙән ашыу белгес сығарҙы. Улар - агрономдар, ветеринарҙар, бухгалтерҙар, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү технологтары, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса белгестәр, умартасылар, шулай уҡ тракторсы-машинистар һәм иретеп-йәбештереүселәр. Ҡырҡ студент колледжды яҡшы билдәләргә генә тамамлаған.

Бөгөн Аксен колледжын тамамлаусыларҙың күбеһен район һәм республиканың агросәнәғәт предприятиеларында һәм дәүләт учреждениеларында эшкә көтәләр ҙә инде.

- Студенттарыбыҙҙың күбеһе өсөнсө курста уҡ, производство практикаһы үткәндә эшкә урынлаша. Предприятиелар етәкселеге уларҙы түҙемһеҙләнеп көтә һәм йәш белгестәргә ҙур өмөттәр бағлай. Ҡайһы бер студенттарыбыҙ юғары уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә һәм ситтән тороп уҡыуын дауам итә. Беҙ колледжды тамамлаусылар өсөн бик ҡыуанабыҙ. Уларға һайлаған юлдарынан ҡыйыу һәм ышаныслы атлауҙарын теләйем, - ти колледждың уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире Салауат Тимербаев.

Билдәле сәбәптәр буйынса, йәш белгестәргә документтарҙы быйыл артыҡ шау-шыуһыҙ, тулҡынландырғыс ҡотлауҙарҙан башҡа һәм традицион фотоға төшөүҙәрһеҙ генә тапшырҙылар. Әммә уҡытыусыларҙың һәм уҡыу йорто директоры Ришат Әбделвәлиевтың ихлас теләктәре, аҡыллы кәңәштәре йәш белгестәрҙе тормош юлында һәр саҡ оҙата барыр.

Читайте нас: