Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
3 Июль 2020, 14:35

Техника паркын тағын бер ҡеүәтле комбайн тулыландырҙы

“Заря”ла яңы комбайнды тәжрибәле механизатор Флүр Латиповҡа ышанып тапшырғандар. “Бындай караптың капитаны булыу – үҙе бер ҡыуаныс”, - тип йылмая игенсе.

Әле күптән түгел генә ауыл халҡы ерҙең йылыныуын һәм уның сәсеүгә әҙер булыуын, һабантурғайҙар йырын һәм крәҫтиән эшенең башланыуын көтә ине. Ә бөгөн инде иген баҫыуҙары йәшел бәрхәттәй тулҡынланып ултыра, күҙ асып йоморға ла өлгөрмәҫһең, алтын башаҡтар тулышып, комбайндар ураҡҡа төшәсәк.

Аграрсыларҙың ауыр хеҙмәтендә төп ярҙамсы, әлбиттә, заманса техника һәм ҡорамалдар. Әлшәй игенселәре бөртөклө культуралар урағына техника әҙерләй башланы ла инде.

- Район ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарында быйылғы ураҡҡа 82 комбайн йәлеп ителәсәк. Бөгөн ашлыҡ йыйыу комбайндары техник ҡарау үтә. Ураҡта ҡатнашыусы техниканың 60 проценты тикшереү үтте лә инде, - ти ауыл хужалығы бүлеге баш инженеры Наил Вәлиәхмәтов.

Хужалыҡтарҙың техника паркы йыл һайын яңыртыла. Ауыл эшсәндәре “Росагролизинг” программаларында ла әүҙем ҡатнаша. Компания бер нисә йыл ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр өсөн яңы техника һатып алыуға льготалы шарттар тәҡдим итә.

Илдең аграр ведомствоһы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй аграрсылары 2020 йылдың алты айында “Росагролизинг”тың льготалы программалары буйынса ураҡ эштәрен үткәреүгә 15 млрд һум аҡсаға 1681 комбайн һатып алған. Республиканың үҫемлекселек тармағы эшсәндәре иң әүҙем ҡатнашыусылар булды. Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәре лизингыға 790 милиондан ашыу суммаға 109 комбайн һатып алған, уҙған йыл менән сағыштырғанда, был ике тапҡырға күберәк.

Шуныһы ҡыуаныслы, улар араһында беҙҙең район ауыл хужалығы предприятиелары ла бар. Бер юлы ике хужалыҡ льготалы шарттарҙа комбайн паркын яңыртты. “Заря” ауыл хужалығы предприятиеһында, уларҙың техника паркын ҡеүәтле баҫыу карабы – “Акрос 550” ашлыҡ йыйыу комбайны тулыландырған, был техниканың эштә үҙен нисек күрһәтеүен көтәләр. Шундай уҡ “Акрос 585” комбайнын фермер, ҡымыҙ яһау оҫтаһы Руслан Ахунов та һатып алған. Аграрсыларға мул уңыш үҫтереп алыуҙарын теләйбеҙ.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Наил Әминев фотоһы.

Читайте нас: