Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Июнь 2020, 16:30

Сәсеү эштәренә йомғаҡ яһалды

Аграрсылар сәсеү кампанияһының һөҙөмтәләре тураһында фекер алышты, сәсеүлектәрҙе эшкәртеү һәм мал аҙығы әҙерләү барышы менән танышты.

Районда сәсеү эштәре артта ҡалды. Баҫыуҙарҙа бөртөклөләр башаҡ ебәрә, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, ҡарабойҙай, кукуруз, етендең тигеҙ рәттәре шатландыра. Ә ужым культуралары инде бейек булып үҫеп ултыра. Ауыл күренешенең сағыу төҫтәре, килеп тыуған хәлгә ҡарамай, яҙғы сәсеү өҙөклөктәрһеҙ үтте тигәнде аңлата. Бөтә ил үҙ аллы изоляцияла булғанда, игенселәр баҫыуҙарҙа тырышып хеҙмәт һалды.

Район етәкселеге сәсеүгә йомғаҡ яһау, аграрсыларҙы һөнәри оҫталыҡтары, тырыш хеҙмәттәре, килеп тыуған хәлдәрҙә лә теүәл һәм ойошҡанлыҡ күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдереү, киләсәктәге пландар тураһында һөйләшеү өсөн йыйылды. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары – ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Данир Әхмәҙишин етәкселегендә ауыл хужалығы бүлеге, Россельхозцентр филиалы һәм мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары баҫыуҙарында булды. Ужым һәм яҙғы иген культуралары, техник һәм мал аҙығы культуралары сәсеүлектәре тикшерелде.

Етәкселәр һәм ауыл хужалығы предприятиеларының баш агрономдары, фермерҙар, тармаҡ белгестәре ҡатнашлығындағы сара, баҫыуҙарҙы үҙ-ара тикшереү сиктәренән сыҡты, әлбиттә. Сөнки аграрсыларҙың һәр ваҡыт фекер алышырҙай мәсьәләләре бар. Зоналар буйлап сәфәр эшлекле, йылы мөнәсәбәттә үтте. Ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, фермер хужалыҡтары башлыҡтары һәм баш агрономдар фекер алышты, агротехник саралар үткәреү, орлоҡтоң элиталы сорттарын ҡулланыу буйынса тәжрибә уртаҡлашты. Баҫыуҙарҙы тикшереү барышында тәжрибәле агрономдар сүп үләндәренә, ҡоротҡостарға һәм ауырыуҙарға ҡаршы эшкәртеү буйынса теге йәки был саралар һәм химик препараттар ҡулланыу, туҡландырыу тураһында тәҡдим һәм кәңәштәрен бирҙе, минераль ашламалар, заманса техника ҡулланып сәсеүҙең мөһимлеген тикшерҙе. Тармаҡҡа дәүләт ярҙамы темаһы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

- Яҙғы сәсеү 51108 гектар майҙанда үткәрелде. Элиталы орлоҡ һәм минераль ашламалар ҡулланыу артты. 1235 тонна элиталы орлоҡ сәселгән, улар барлыҡ майҙандың 20 процентын тәшкил итте, физик ауырлығында 3139 тоннанан ашыу ашлама индерелде, ул гектарына 16,1 килограмм тәшкил итә, шулай уҡ 51 тонна үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары һатып алынды. Игенселәргә быйыл һауа торошо ла уңай булды, ваҡытында яуған ямғырҙар сәсеүлектәргә ыңғай йоғонто яһаны. Баҫыуҙарҙа үҫемлектәрҙе тәрбиәләү эше йылдам бара. Предприятиелар яҙғы иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрөн химик эшкәртеүҙе тулыһынса тамамланы, культураларҙы япраҡтан туҡландырыу дауам итә. Игенселәр ужым культуралары сәсеү алдынан бер үк ваҡытта ашламалар индерә – бөгөн пар ерҙәренең 79 проценттан ашыуы эшкәртелде, - ти ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Данир Әхмәҙишин.

Сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү менән бер рәттән, йәшел ураҡҡа ла төштөләр. Әлшәй малсылыҡ хужалыҡтарына мал ҡышлатыуға 13 мең тонна бесән, 26 мең тонна сенаж, 6300 тонна силос - бер баш шартлы малға 27,2 центнер аҙыҡ әҙерләргә кәрәк. Бөгөн 4311 гектар (41 процент) мал аҙығы культураһы сабылған, 8500 тонна (33 процент) бесән әҙерләнгән.

Баҫыуҙарҙы тикшереүгә йомғаҡ яһап, Данир Әхмәҙишин хужалыҡ етәкселәренә, КФХ башлыҡтарына, белгестәргә ябай булмаған шарттарҙа тырыш хеҙмәттәре һәм һөнәри оҫталыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе. Билдәләп үтелеүенсә, бындай семинарҙар йәш фермерҙар өсөн айырыуса файҙалы, квалификациялы белгестәрҙән, тәжрибәле игенселәрҙән үҙ эше тураһында баһа ишетеү мөмкинлеге бар, сөнки уларҙан алынған мәғлүмәт һәр ваҡыт тәжрибә һәм күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр менән нығытылған.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: