Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Июнь 2020, 14:55

Үҙҙәре бер дәүләт!

-Вирус килер ҙә китер, ә сәсеү эштәрен ваҡытында үткәрергә кәрәк. Ниндәйҙер башҡа эштәрҙе ситтән тороп башҡарып булһа, икмәкте дистанцион рәүештә үҫтереп булмай, - тип йылмая Дибаевтар.

Районда сәсеү эштәре тамамлана, яҙғы культуралар бөтәһе 51108 гектарҙа сәселде. Бойҙай - 13500 га, арпа – 12348, һоло – 2604, борсаҡ – 620, көнбағыш – 15648, шәкәр сөгөлдөрө – 946, бер йыллыҡ үләндәр 1158 гектарҙы биләй. Бөгөн баҫыуҙарҙа ауыл эшсәндәре кукуруз, етен, гәрсис һәм башҡа һуң өлгөрә торған йылы яратыусы үҫемлектәр сәсә. Игенселәр ҡарабойҙай сәсеүҙе лә тамамланы, был культура быйыл 1318 гектар майҙанды биләй. Шулай уҡ сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү эше лә йылдам бара. Аграрсылар татлы тамырҙы беренсе ҡатҡа химик утауҙы теүәлләне, әле баҫыуҙарҙа яҙғы иген культураларын эшкәртеү бара.

Һәр ваҡыттағыса, Ниғмәтулла ауылынан фермер Дибаевтар үҙҙәренең сираттағы, 27-се сәсеү миҙгелен ҙур ойошҡанлыҡ менән үткәрҙе. 1753 га һөрөнтө ерҙәрҙең 200 гектарына улар яҙғы бойҙай, шунса уҡ майҙанда арпа сәсте. 300 гектарҙан ашыу майҙанды традиция буйынса борсаҡ биләй. Иң ҙур шәкәр сөгөлдөрө плантациялары ла районда быйыл Дибаевтарҙа, был культура 265 гектарға сәселгән. Күп йыллыҡ үләндәр 209 гектар, ужым бойҙайы – 500 гектар тәшкил итә. Сәсеүҙе, йылдағыса, Ниғмәтулла фермерҙары яҡшы агротехник срокта үткәрҙе.

Был заманса техникаға һәм юғары әҙерлекле булыуға ғына бәйле түгел, әлбиттә. Бөгөн атайҙарына ярҙамға яңы алмаш килде. Эйе, баҫыуҙа хәҙер ер эшкәртеүсе Дибаевтарҙың өсөнсө быуыны хеҙмәт һала. Ошо фермер хужалығына нигеҙ һалыусы Миңлевәдүт Дибаевтың улдары - тәжрибәле механизаторҙар менән бер рәттән, уның ейәндәре – Ринат, Ирек, Илгиз, Фоат һәм хатта мәктәптә уҡыусы Даян да, ололарҙан бер ҙә ҡалышмай, тырышып эшләй. Үҙҙәре бер дәүләт!

Көслө терәк булырҙай атайҙары эргәһендә, әлбиттә, егеттәр тыныс ҡына ҡалала ла йәшәй алыр ине, әммә, баһадирҙай биш ул үҫтереп, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләгән олатайҙары кеүек, улар ҙа ауылда ҡалыуҙы, икмәк үҫтереүҙе хуп күрә. Өс быуын бәйләнеше, уларҙың тырыш хеҙмәте үҙ емештәрен бирә. Әгәр оло быуын вәкилдәре балаларын еңел булмаған крәҫтиән тормошо нескәлектәренә өйрәтһә, йәштәр, үҙ сиратында, заманса агротехнология серҙәренә төшөнөргә ярҙам итә.

-Вирус килер ҙә китер, ә сәсеү эштәрен ваҡытында үткәрергә кәрәк. Яҙҙың бер көнө йылды туйҙырған ошо мәлде уҙғарып ебәрһәң, мул уңышҡа өмөт итергә лә түгел. Ниндәйҙер башҡа эштәрҙе ситтән тороп башҡарып булһа, икмәкте дистанцион рәүештә үҫтереп булмай, - тип йылмая Дибаевтар.

Ә икмәк үҫтереү фермерҙарға еңел генә бирелмәй. Әммә ауырлыҡтарға зарланыу Дибаевтарса түгел. Мул уңыш алыу өсөн, ә улар иген һәм техник культуралар үҫтереү буйынса һәр саҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә, өҫтәүенә, районда ғына ла түгел, сәсеү эйләнешенә, сорттарҙы яңыртыуға бик етди ҡарай, юғары сифатлы орлоҡ ҡына сәсә. Сөнки уңдырышлы ергә төшкән орлоҡтоң юғалмауын Дибаевтар яҡшы белә.

Читайте нас: