Әлшәй хәбәрҙәре
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Апрель 2020, 18:15

Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай

Баҫыуға тәүгеләрҙән булып Әлшәй фермеры Руслан Ахунов та үҙ агрегаттарын алып сыҡты.

Пандемия тормошобоҙҙо ҡырҡа үҙгәртте. Быға тиклем телдән төшмәгән эстрада йондоҙҙары, сәйәсмәндәр, спортсылар урынына хәҙер оҙаҡ йылдар хеҙмәттәре шулай булырға тейеш тип ҡабул ителгән һөнәр эйәләре тураһында күберәк һөйләйбеҙ. Бөгөн алғы һыҙыҡта тап улар – табиптар һәм уҡытыусылар, торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәре, элемтәселәр, шоферҙар, төҙөүселәр, һатыусылар, парикмахерҙар, аграрсылар... Хеҙмәттәре һәр ваҡыт “күләгәлә” ҡалған кешеләрҙән башҡа йәшәү бик ауыр икән.

Алғы һыҙыҡта намыҫлы хеҙмәт һалғандар араһында районыбыҙ игенселәре лә бар. Агрономдар, механизаторҙар, шоферҙар, иген сәсеүселәр.

Апрель аҙағы етте. Сәсеү көндән-көн йылдамыраҡ бара, аграрсыларға һауа шарттары ғына ҡамасаулай. Ауыл хужалығы бүлегенең агрономия хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 4350 гектарҙа (8 процент) яҙғы культуралар сәселгән. Дым ҡаплатыу 80 процентта үтәлеп, тамамланыуға яҡынлаша, 70 проценттан ашыу майҙанда ужым культуралары өҫтәмә туҡландырылған. Аграрсылар минераль ашламалар запасын да арттыра. 1152 тонна ашлама тупланған, был гектарына уртаса 15 килограмм тура килә тигән һүҙ.

Баҫыуға тәүгеләрҙән булып Әлшәй фермеры Руслан Ахунов та үҙ агрегаттарын алып сыҡты. Быйылғы миҙгелдә ул 300 гектарҙа яҙғы иген культуралары сәсергә планлаштыра, 400 гектарҙағы ужым культуралары да яҡшы ҡышлаған. Бынан тыш, фермер йыл һайын шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә, быйыл ул татлы культураға 120 гектар ер бүлгән Фермер күп йыллыҡ үләндәргә айырым иғтибар бирә, улар 200 гектарҙы биләй. Мал аҙығы – йылҡысылыҡ өсөн бик мөһим, хужалыҡта 500 баш ат аҫырала, фермер йылына 90 тоннанан артыҡ ҡымыҙ һәм бейә һөтө етештерә. 2014 йылғы республика конкурсының иң яҡшы ҡымыҙ яһаусыһы, шифалы эсемлек етештереү оҫтаһы Руслан Ахунов ауыл халҡын һәм район ҡунаҡтарын ғына түгел, бер нисә шифахана һәм балалар лагерҙарын да үҙ продукцияһы менән тәьмин итә.

Райондың иң тәҗрибәле механизаторҙарының береһе Румил Мостафин фермер баҫыуҙарында беренсе йыл ғына эшләмәй, ул үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Шулай булғас, Әлшәй игенселәре вәғәҙә иткәнсә, өҫтәлдәребеҙҙә икмәк, шәкәр генә түгел, үҙебеҙҙең башҡорт ҡымыҙы ла буласаҡ.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Механизатор Румил Мостафин.

Читайте нас в