Әлеге ваҡытта Әлшәй районында ужым культуралары 600 гектарҙа (дүрт процент), күп йыллыҡ үләндәр 60 гектарҙа (бер процент) өҫтәмә туҡландырылған. Дым ҡаплатыу иһә 800 гектарҙа башҡарылып, күп йыллыҡ үләндәр 600 гектарҙа тырматылған. Район аграрийҙарына быйыл 46 мең гектарҙан ашыу майҙанда иген культуралары, 33 мең гектарҙан ашыуында – техник культуралар, 10 меңдән ашыу гектарҙа иһә мал аҙығы культуралары сәсеү бурысы йөкмәтелгән.
Район ауыл хужалығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөтә төр ауыл хужалыҡтары сифатлы орлоҡ менән тулыһынса тәьмин ителеп, 749 тонна минераль ашлама ҡайтарылған. Ашламалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын туплау буйынса эш даими алып барыла.
Төбәктең “Заря” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Наил Әминев) ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу тиҙлеге буйынса һөҙөмтәле эшләүселәрҙән һанала. Нәҡ ошо хужалыҡ тәүгеләрҙән булып баҫыуҙарға сыҡҡан да инде.
Йәмғиәттең баш агрономы Рамин Ғәйнетдинов белдереүенсә, быйыл хужалыҡ хеҙмәтсәндәренә бөтәһе биш меңдән ашыу гектар майҙанда баҫыу эштәрен башҡарып сығыу бурысы ҡуйылған. Көҙҙән ужым культуралары – 250, арыш 450 гектарҙа сәсеп ҡалдырылған. Ауыл эшсәндәре 150 гектарҙа ужым культуралары менән 60 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу эшен ойошҡан рәүештә башҡарып сыҡҡан.
– Тиҙ арала дым ҡаплатыу, иген культураларын сәсеү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар. Техника көҙҙән үк әҙерләнде. Механизаторҙарҙың барыһы ла тәжрибәле, уларҙың һәр береһе бурысына намыҫлы ҡарай. Эште оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Дым ҡаплатыуҙы тамамлағас, ужым культураларын тырмата башлаясаҡбыҙ, – ти Рамин Үзбәк улы.
Йәмғиәттең техника паркы бай ғына. Баҫыуҙарҙы туҡландырыуға Стәрлетамаҡ районынан бер шәхси эшҡыуарҙың ҡеүәтле “Томан-2” техникаһын ғына йәлеп иткәндәр. Яғыулыҡҡа, орлоҡҡа ҡытлыҡ юҡ, етәкселек тарафынан алдан уҡ хәстәрләнгән.
– Беҙҙә белемле белгестәр ҙә, эшселәр ҙә етә, тик пенсияға йыйыныусыларға алмашҡа йәштәр кәрәк, – ти Рамин Ғәйнетдинов. – Эш хаҡы уртаса 15-20 мең һум тәшкил итә, премиялар бирелә, хатта ял йорттарына юлламалар бүленә.
Баҫыуҙа эшләүселәр ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителгән, йәмғиәттең ашнаҡсылары бешергән ризыҡтарҙы махсус машинала яланға алып барыу ойошторолған.
Бында малсылыҡ та яҡшы үҫешкән, әле ҡураларҙа 1500 баш һыйыр малы аҫрала. Көн һайын ике тоннаға яҡын “аҡ”ты Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Аллат” һөт комбинатына тапшыралар.
Райондың “Раевка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе – Алексей Рябов) баҫыуҙарында ла бөгөн ҡыҙыу осор. Ауыл эшсәндәре иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр баҫыуҙарҙы минераль ашлама менән туҡландыра. Ошо көндәрҙә 200 гектарҙы биләгән ужым культуралары баҫыуҙарына ашлама индереүҙе тамамларға иҫәп тота улар. Бынан тыш, туҡландырыу эше лә бара, ерҙе тырматалар. Хужалыҡ ихатаһында орлоҡто ағыулау эше лә ойошторолған. Етәкселек билдәләүенсә, орлоҡҡа, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Техниканың да яңы булыуы эшкә булышлыҡ итә. Әйткәндәй, техника һатып алыуға бында аҡса йәлләмәйҙәр, йыл һайын парк заманса ауыл хужалығы техникаһы, ҡоролмалар менән тулыландырылып тора. “Яҙғы баҫыу эштәрен атҡарып сығыуға техника тулыһынса әҙер, иҫкеләрен дә ремонтлап, эшкә ҡушасаҡбыҙ”, – ти етәкселек.
Хужалыҡта 25 ауылдан килеп эшләйҙәр, йәштәрҙең ауылды һайлауына ҡыуанып бөтә алмайҙар. Белгестәрҙең дә етерлек булыуын билдәләп, “механизаторҙар ғына талап ителә” тип әйтеп ҡуйҙылар.
– Ауыл эшсәндәре яҙғы баҫыу эштәренә алдан әҙерләнде, ҡыш дауамында техниканы ремонтлап, алмаш частар хәстәрләп, тәүгеләрҙән булып баҫыуҙарға сыҡты, – ти хужалыҡтың баш агрономы Илгиз Свечников. – Шөкөр, әле бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар күҙәтелмәй, орлоҡ бар, яғыулыҡ етә, баҫыуҙар туҡландырыла.
Бында ла ялан батырҙары өс тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителгән. Етәкселек алдынғыларҙы айырып тормай: “Беҙҙә эшләүселәрҙең барыһы ла маҡтауға лайыҡ, тик уларҙың намыҫлы хеҙмәте менән генә йәмғиәт даны йыраҡтарға тарала”, – ти.
Әлшәй районы.