Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Апрель 2020, 16:30

Районда яҙғы баҫыу эштәре дәррәү башланды

Бөгөн, күптәр үҙ аллы изоляцияла булғанда, игенселәр баҫыуҙарҙа ал-ялһыҙ эшләй.

Ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарының барыһы ла тиерлек баҫыуҙарға сыҡты. Механизаторҙар тупраҡтың дымлылығын һаҡлау өсөн ал-ял белмәй хеҙмәт һала, ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәр сәсеүлектәрен туҡландыра. Ауыл хужалығы бүлегенең агрономия хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса 13 апрелгә ҡарата 17000 гектар майҙанда (38 процент) дым ҡаплатылған, 2800 гектарҙа (20 процент) – ужым культуралары туҡландырылған, 4900 гектарҙа (86 процент) – күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу, 287 гектарҙа (6 процент) күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландыру эштәре башҡарылған. Хужалыҡтарҙа сәсеү алдынан орлоҡ эшкәртеү ҙә бара. Шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыштан тыш (уларҙы һатып алыу дауам итә), игенселәр яҙғы сәсеүгә орлоҡ менән тәьмин ителгән. Быйылғы уңыш өсөн 7767 тонна (100 процент) яҙғы иген культуралары орлоғо һалынғайны, шуның 2200 тоннаһы (35 проценты) ағыуланды.
- Ужым культуралары һөйөндөрә, улар 14094 гектарҙы биләй, уҙған йылдарға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ ҡышланылар, - ти ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Татьяна Лисицына. – 5380 гектарға сәселгән ужым арышы һәм 4753 гектарҙағы ужым бойҙайы яҡшы хәлдә. 2190 гектарҙағы ужым арышы һәм 1010 гектарҙағы ужым бойҙайының торошо ҡәнәғәтләнерлек. Һалҡындар инде булмаҫ һәм үҫемлектәрҙе һаҡлап ҡалырбыҙ, тип ышанам.
Был көндәрҙә ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр сәсеүгә ныҡлап әҙерләнеү өсөн бөтә көсөн һала. Талап ителгән 2600 тоннанан 776 тонна минераль ашлама, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары һатып алынған. Алға ҡуйылған бурыс – 56 меңдән ашыу гектарҙа яҙғы сәсеүҙе үткәрергә техника паркы ла әҙер.
- Өйөгөҙҙә ҡалығыҙ һәм борсолмағыҙ, өҫтәлдәрегеҙҙә икмәк, һөт һәм ит булһын өсөн беҙ бөгөн эшләйбеҙ, - тип мөрәжәғәт итә Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы иғлан иткән #мыдлявасбезвыходных тип аталған бөтә Рәсәй акцияһына тәүгеләрҙән булып ҡушылған игенселәребеҙ.
Читайте нас: